Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПРАВОСЛАВИЕ БАЙРАМДАРЫ

Просмотров: 1341

ПРАВОСЛАВИЕ БАЙРАМДАРЫ, изгеләр, чудотворный иконалар, әһәмиәтле дини ваҡиғалар хөрмәтенә булдырылған көндәр. Үткәрелеү ваҡыты б‑са — күсерелмәй торған (билдәле датаһы бар) һәм күсмә (датаһы Пасхаға ҡарап, сиркәү календарына ярашлы күсеп йөрөй); әһәмиәте б‑са бөйөк, уртаса һәм бәләкәй П.б. бүленә. Төп П.б. — Пасха, бөйөктәргә ун ике байрам, Раббыны Сөннәтләү (14 ғин.), Пәйғәмбәр Иоанн Предтеча раштыуаһы (7 июль), Тиң юғарылыҡтағы апостолдар Пётр м‑н Павел байрамы (12 июль), Пәйғәмбәр Иоанн Предтечаның башы киҫелгән көн (11 сент.), Пресвятая Богородица Покровы (14 окт.) инә. Шулай уҡ изгеләргә, иконаларға йәки сиркәү ваҡиғаларына арналған һәм улар хөрмәтенә ҡорам йәки придел төҙөлгән өҫтәл (ҡорам) байрамдары бар. П.б. тантаналы ғибәҙәт йолаһы, тәре йөрөштәре, ҡыңғырау ҡағыу, молебендар м‑н бара. Өфө епархияһында ш. уҡ Ҡазан Божья Матерь иконаһы (21 июль һәм 4 нояб.), Берёзовка святитель Николай Чудотворец иконаһы, Богородский‑Өфө Божья Матерь иконаһы, Табын Божья Матерь иконаһы хөрмәтенә П.б. айырым билдәләнә. Богородский‑Өфө Божья Матерь иконаһы хөрмәтенә байрам 1688 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1708 й.) алып үткәрелә, Изге Синод тарафынан 1820 й. рәсми раҫланған. 7/20 июлдә Өфө кафедраль соборынан Богородский‑Өфө сиркәүенә табан тәре йөрөшөнән (1806—19 йй. үткәрелмәгән) башланыр булған, бында йоҡоһоҙ төн хеҙмәте, 8/21 июлдең иртәһендә литургия үткәрелгән; артабан диндарҙар икона пәйҙә булған урынға йүнәлгән һәм молебен башҡарған. 1920 йй. аҙ. тәре йөрөшө тыйылған, 1990 й. тергеҙелгән. 1994 й. байрамды билдәләү иконалы булыу көнөнә (19 июль) күсерелә. Табын Божья Матерь иконаһы хөрмәтенә байрам Изге Синод тарафынан 18 б. 1‑се ярт. булдырыла, Пасханан һуң 9‑сы йомала үткәрелә. Стәрлетамаҡ өйәҙенең Табын а. Вознесение сиркәүендә тантаналы ғибәҙәт ҡылыу рәүешендә икона пәйҙә булған урынға тәре йөрөшө һәм Табын часовняһы эргәһендә молебен м‑н үткән. Байрамға 20 меңгә яҡын ғибәҙәт ҡылыусы килгән. 1920 йй. аҙ. тәре йөрөшө м‑н изге урындарға ғибәҙәт ҡылыу тыйыла. 1992 й. алып байрам Табын Божья Матерь ҡорамында Изге шишмәләргә (иконалы булған урын) тиклем тәре йөрөшө м‑н үткәрелә. Святитель Николай Чудотворецтың Берёзовка иконаһы 1854 й. башлап “Никола вешний” көнөндә (9/22 май) билдәләнә. Иконаны Өфөгә Бөрө өйәҙе Берёзовка а. (хәҙ. Краснокама р‑ны Николо‑Берёзовка а.) килтергәндәр. Уны Воскресение кафедраль соборынан Ҡазан часовняһына тәре йөрөшө м‑н ҡаршылағандар, унда молебен үткәрелгән, һуңынан соборҙа йоҡоһоҙ төн булған, иртән литургия башҡарылған. 1990 йй. алып “Никола вешний” П.б. Николо‑Берёзовка а. айырыуса тантаналылыҡ һәм архиерей хеҙмәте м‑н билдәләнә. Изге великомученица Параскева хөрмәтенә байрам Пасханан һуң 9‑сы йомала Успение ир‑егеттәр монастыры тирәләй тәре йөрөшө м‑н диндарҙар ҡатнашлығында үткәрелгән. Раббы Олғашыуы П.б. Георгий ҡатын‑ҡыҙҙар монастырында дин хеҙмәте тантаналары м‑н билдәләнгән. П.б. ваҡытында халыҡ өсөн күңел асыуҙар, йәрминкәләр ойошторола.

Н.П.Зимина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: