Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЯТИДЕСЯТНИКТАР

Просмотров: 970

ПЯТИДЕСЯТНИКТАР, п я т и д е с я т н и к л ы ҡ, 1901 й. АҠШ‑та барлыҡҡа килгән протестантлыҡ йүнәлеше. Пятидесятница исеме м‑н аталған (ҡара: Ун ике байрам). Билдәһеҙ телдәрҙә һөйләшеү һәләтен (глоссолалия) бирә торған Изге Рух м‑н суҡындырыу, дин м‑н һауыҡтырыу һәм Иисус Христостың мең йыллыҡ идараһы идеяһын тарата. Төп йолалары: суҡындырыу, икмәк һындырыу, никах. П. изгеләргә, тәрегә, иконаларға табыныуҙы танымай. П. төп төркөмдәре: апостолдар, ике фатихалылар, радикалдар, өс фатихалылар, унитаристар. 2—3 йылға бер тапҡыр Бөтә донъя пятидесятниклыҡ конференцияһы үткәрелә. Рәсәйҙә П. тәүге общиналары 1907 й. барлыҡҡа килә. 1913 й. Петербургта апостолдар рухындағы Инжил христиандары общинаһы асыла (пресвитеры — А.И.Иванов, вәғәзсеһе — Н.П.Смородин). 1926 й. П. тәүге дөйөм Рәсәй союзы ойошторола. 20 б. 30‑сы йй. П. репрессияға дусар ителә. 40—60‑сы йй. П. бер өлөшө Бөтә Союз инжил христиан‑баптистары советы составына инә (ҡара: Баптизм). 1990 й. Инжил дине христиандары союзы (рәйесе — В.М.Мурза) булдырыла. Рәсәй инжил дине христиандары сиркәүе (РИДХС) эшләй. Башҡортостанда П. рәсми булмаған общиналары 20 б. 40—70‑се йй. Стәрлетамаҡ, Өфө ҡҡ., Мәләүез ҡасабаһында; Өфө р‑ны Яңы Александровка а. эшләй. 90‑сы йй. башында П. общиналары Өфөлә (1992 й. теркәлгән) һәм Туймазы р‑ны Серафимовка а. барлыҡҡа килә. 1997 й. Өфөлә БР Инжил дине христиандары (пятидесятниктар) сиркәүҙәренең төбәк берекмәһе (епискобы — В.И.Мальцев) ойошторола. 2002 й. респ. терр‑яһында 64 община эшләй. 2009 й. 18 община теркәлгән.

Әҙәб.: М у р а т ш и н А.Н. Законность — залог межконфессионального согласия и реализации права на свободу совести //Башкортостан — евразийская модель межконфессионального согласия и толерантности. Уфа, 2002.

Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019