Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПРЕКОС

Просмотров: 821

ПРЕКОС (фр. précoce), итйөн йүнәлешле, нәҙек йөнлөһарыҡтар тоҡомо. 19 б. аҙ. Францияла урындағы нәҙек йөнлөһарыҡтарҙы америка рамбульеһы тоҡомо тәкәләренән ҡасырыу ысулы мн сығарыла, һуңынан лейстер тоҡомо тәкәләре мн ҡасырыу ҡулланыла. Эре һөлдәле мал; кәүҙәһе оҙон һәм киң, күкрәге тәрән һәм киң. Ғәҙәттә, муйынында һәм кәүҙәһендә тире йыйырсыҡтары булмай. Һарыҡтар һәм күпселек тәкәләр туҡал. Тәкәләрҙең тере ауырлығы 100—110 кг, һарыҡтарҙыҡы — 65—67 кг. Йөнө аҡ төҫтә, йыуанлығы 58—64се сифатлы (20—23 мкм), оҙонлоғо 7,0— 10,0 см. Тәкәләрҙән — 7—9 кг, һарыҡтарҙан 3,8—4,3 кг йөн ҡырҡып алына. Үрсемлелеге 100 һарыҡҡа 140—150 бәрәс. Мал юғары үрсемлелек, тиҙөлгөрөүсәнлек һәм ит продуктлылығы мн айырылып тора. Рәсәйгә (ш. иҫ. Башҡортостанға) П. тоҡомо һарыҡтарын 20 б. 20се йй. аҙ. Германиянан тоҡомдоң продуктлылыҡ сифаттарын күтәреү маҡсатында шырт йөнлөһарыҡтар мн ҡасырыу өсөн индерә башлайҙар. БРҙа тоҡом малы һаны — яҡынса 2500 (2007). Тоҡом малы көтөүҙәре Дүртөйлө рнының “В.Н.Горшков ис. тоҡомсолоҡ заводы” ЯСЙнда бар. Таҙа һәм ҡатнаш тоҡомло малдың продуктлылыҡ сифаттары Аграр университетта өйрәнелгән (Ш.Ғ.Усманов).

Әҙәб.: И с л а м о в Ф.А., С а м и г у л л и н Р.Н. Содержание овец. Уфа, 1999.

Ш.Ғ.Усманов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019