Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРЫҪ ПРАВОСЛАВИЕ СИРКӘҮЕ

Просмотров: 1298

УРЫҪ ПРАВОСЛАВИЕ СИРКӘҮЕ, М ә с к ә ү п а т р и а р х а т ы, Поместный автокефаль сиркәүе. Рәсәйҙә христианлыҡ ҡабул ителгәндән һуң Константинополь Православие сиркәүе митрополияһы булараҡ ойошторола, 1448 й. алып автокефаль, 1589 й. – патриарх идараһы. 17 б. 2‑се ярт. У.п.с. бүленә (ҡара: Старообрядсылыҡ). 1721 й. Патриархлыҡ бөтөрөлә (У.п.с. Изге Хакимлыҡ итеүсе Синод идара итә), 1917 й. тергеҙелә (патриарх итеп Тихон һайлана). 1918 й. тиклем дәүләт институты статусына эйә була. 20—30‑сы йй. СССР‑ҙа У.п.с. көсө кәмей (ҡара: Атеизм). 20‑се йй. обновленецтар хәрәкәте барлыҡҡа килә, Ысын православие сиркәүе, Сит илдәге Урыҫ православие сиркәүе (2008 й. алып У.п.с. ҡарамағында) айырыла. 1943 й. У.п.с. патриарх һайлау хоҡуғын һәм православие ҡорамдарын, монастырҙарҙы төҙөүгә рөхсәт ала. “Выждан ирке һәм дини ойошмалар тураһында” (1990), “Выждан ирке һәм дини берекмәләр тураһында” (1997) закондары ҡабул ителгәндән һуң юридик шәхес булып эш итә. Башлығы – Мәскәү һәм Бөтә Рәсәй патриархы. У.п.с. Поместный һәм Архиерей соборҙарын, Изге Синодты, синод учреждениеларын үҙ эсенә ала. Сиркәү ҡоролошоноң төп структур берәмеге — мәхәллә (ҡорам эргәһендәге православие христиандары ойошмаһы), сиркәү‑терр. берәмеге — епархия (мәхәлләләрҙе, монастырҙарҙы, дини белем биреү учреждениеларын, православиела ир‑аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәттәрен берләштерә). У.п.с. ҡарамағында 157 епархия, 804 монастырь, 5 дини академия, 3 православие ун‑ты, 2 дини тәғлимәт ин‑ты, 38 дини семинария, 39 дини уч‑ще була (2008). “Журнал Московской Патриархии” (“Мәскәү Патриархияһы журналы”) ж., “Богословские труды” (“Дини тәғлимәт хеҙмәттәре”) альманахы, “Светильник” (“Яҡтыртҡыс”) ж., “Церковный Вестник” (“Сиркәү хәбәрҙәре”) гәз. һ.б. нәшер ителә. Башҡортостанда 16 б. аҙ. — 18 б. православие сиркәүе төрлө сиркәү үҙәктәренә буйһона (ҡара: Православие руханиҙары). Сиркәү ерҙәрен секулярлаштырыуға тиклем православие руханиҙарына митрополиттар благочинныйҙар (1721 й. алып Өфө һәм Далмат дини идаралыҡтарына етәкс. иткәндәр) аша идара итә. 1799 й. Ырымбур һәм Өфө епархиялары ойошторола. 16 б. — 18 б. 1‑се сирегендә урыҫ телле халыҡ башланғыс белемде ҡала соборҙары һәм монастырҙары эргәһендә ала. 19 б. епархияла дини уҡыу йорттары (ҡара: Дини белем биреү, Ир балалар дини училищеһы, Епархия ҡыҙ балалар училищеһы), 30‑сы йй. аҙ. сиркәү‑мәхәллә мәктәптәре барлыҡҡа килә. У.п.с. миссионерлыҡ эшмәкәрлеген алып бара, Волга буйы һәм Уралдың урыҫ булмаған халҡын христианлаштырыу маҡсатында “Новокрещенская контора”, белем биреүҙе урыҫлаштырыу һәм урыҫ булмаған халыҡтарҙы урыҫтар м‑н яҡынайтыр өсөн башҡа милләттәр өсөн мәктәптәр асыла. Хәйриә үҫешендә У.п.с. ҙур урын алып тора. БР‑ҙа Өфө епархияһы эшләй, 250 мәхәллә (уларҙың 182‑һе теркәлгән), 8 монастырь, 7 монастырь скиты, 29 благочинный округы, 80 православие йәкшәмбе мәктәбе иҫәпләнә; 219 рухани, 30 дьякон эшләй (2009).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019