Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПРОКУДИН Николай Васильевич

Просмотров: 708

ПРОКУДИН Николай Васильевич [4.12.1912, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Волков а. (БР‑ҙың Өфө р‑ны) — 26.1.1987, Өфө], хужалыҡ эшмәкәре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1925—71 йй. Өфө р‑нында эшләй: “Гудок” к‑зында (1930 й. алып), Урыҫ-Юрмаш а/с (1933 й. алып секретарь, 1938—41 йй., 1958—59 йй. һәм 1962—66 йй. рәйес), “Заветы Ильича” к‑зында (1946—58 йй. рәйес, 1966 й. алып рәйес урынбаҫары). П. етәкс. к‑з үҫемлекселектә һәм малсылыҡта юғары күрһәткестәргә өлгәшкән: иген етештереү — 2,5 мең т, йәшелсә — 283 т, картуф — 208 т, һөт — 405 т, ит — 197 т (1957). Ленин (1949), Ҡыҙыл Байраҡ (1944), 1‑се (1945, 1985) һәм 2‑се (1943) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1944), “Почёт Билдәһе” (1957) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019