Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПРОПОЛИС

Просмотров: 844

ПРОПОЛИС (гр. própolis), ҡ о р т е л е м е, бал ҡорттары бүлеп сығарған йәбешкәк ыҫмалалы матдә. Бал ҡорттары ыҫмалалы матдәләрҙе үҫемлектәрҙән йыйып, уға, шайыҡ биҙҙәре секреты, балауыҙ өҫтәй. П. бал ҡорттары умартала ярыҡтарҙы томалау, кейәне бәләкәйләтеү һ.б. өсөн ҡуллана. П. — һары йәки һоро төҫтәге ҡаты масса, әсе тәме бар. Һаҡлағанда ыуалыусан ҡаты көрән массаға әйләнә. 80—104°С т‑рала ирей, 15°С т‑рала ыуала. 70%‑лы этил спиртында, эфир майында, уксус к‑таһында һ.б. эрей. Химик составы (%): үҫемлек ыҫмалалары — 50—55, эфир майҙары — 8—10, балауыҙ — яҡынса 30 һ.б. Һәр бер умартанан миҙгел эсендә 50—150 г П. йыйыла. Тумалатып (20—200 г) пергамент ҡағыҙҙарға урап, ҡараңғы һалҡын урында һаҡлайҙар. П. микробтарға ҡаршы тороу һәм дауалау үҙенсәлектәренә эйә, медицинала, ветеринарияла ҡулланыла. 20 б. 80‑се йй. алып Аграр университетта — П. составын, үҙенсәлектәрен өйрәнеү һәм П. алыу технологияларын эшләү б‑са (Ә.В.Андреева, М.Ғ.Ғиниәтуллин, Ә.К.Ҡудашев, Ә.Ғ.Маннапов, Р.Т.Маннапова, З.Ғ. Чанышев һ.б.); Умартасылыҡ һәм апитерапия үҙәгендә — П. органолептик һәм физик‑химик күрһәткестәрен өйрәнеү һәм парфюмерия‑косметика саралары, аҙыҡ‑түлек һәм дауалау‑иҫкәртеү продукттары эшләү б‑са (Ә.М.Ишемғолов, Н.З.Ишемғолова һ.б.); 90‑сы йй. башлап Медицина университетында апитерапия ысул‑ дарын (Л.Т.Ғилметдинова, Л.А. Лепилина һ.б.), — эшләнгән дарыу формаларында спиртлы П. экстрактының антиоксидант активлығын (Ю.Л.Баймырҙина, В.А.Лиходед, Р.Р.Фәрхетдинов, Ю.В.Шикова һ.б.) өйрәнеү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. Шулай уҡ ҡара: Умартасылыҡ.

Әҙәб.: Пчеловодство Башкортостана /М.Г.Гиниятуллин [и др.]. Уфа, 2008.

М.Ғ.Ғиниәтуллин, И.В.Шафиҡов

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019