Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЛ ҠОРТО АҒЫУЫ

Просмотров: 809

БАЛ ҠОРТО АҒЫУЫ, апитоксин, эшсе һәм инә бал ҡортоноң ҡаяу биҙҙәре секреты. Үҙенсәлекле еҫле һәм юғары кислоталы ҡуйы төҫһөҙ шыйыҡса. Б.ҡ.а. составында биологик актив аҡһым (мелиттин), ферменттар (гиалуронидаза, фосфолипаза А2), ирекле аминокислоталар һ.б. бар. Б.ҡ.а. тәьҫир итеүсе матдәләренә гистамин гликозиды, липидтар һәм хайуан сапониндарына яҡын матдәләр ҡарай. Һауала Б.ҡ.а. тиҙ ҡата. Һыуҙа еңел эрей, ҡырмыҫҡа к‑таһында һәм 60%‑лы спиртта — ауырыраҡ. Т‑раға сыҙамлы (туңдырыу һәм 115°С тиклем йылытыу уның үҙенсәлектәрен үҙгәртмәй). Саҡҡан ваҡытта бал ҡорто 0,2—0,3 мг ағыу бүлеп сығара; үлемесле доза индивидуаль, һау кешегә — 500—1000 сағыу (яҡынса 200 мг). Б.ҡ.а. препараттары (унгапивен, вирапин һ.б.) медицинала һыу эретмәһе, мазь рәүешендә, быуын һыҙлау, миозит, радикулит һ.б. булғанда электрофорез юлы м‑н ҡулланыла. Б.ҡ.а. уға ҡарата индивидуаль юғары һиҙеүсәнлек, йоғошло, бауыр, бөйөр һ.б. ауырыуҙар булған осраҡта ҡулланырға ярамай. Б.ҡ.а. ауыл хужалығы малдары организмына тәьҫирен өйрәнеү һәм уны алыу технологияһын эшләү б‑са тикшеренеүҙәр — Аграр университетта (М.Ғ.Ғиниәтуллин, Ә.Ғ.Маннапов, П.Т.Тихонов һ.б.), апитерапия ысулдары б‑са Умартасылыҡ һәм апитерапия үҙәгендә (Ә.М.Ишемғолов, Н.З.Ишемғолова һ.б.), Медицина университетында (Л.Т.Ғилметдинова, Л.А.Лепилина һ.б.), “Прополис” ЯСЙ‑нда (А.А.Бәкеров, Г.Х.Бәкерова һ.б.) алып барыла. Шулай уҡ ҡара: Умартасылыҡ.

Әҙәб.: Пчеловодство Башкортостана / М.Г.Гиниятуллин [и др.]. Уфа, 2008.

М.Ғ.Ғиниәтуллин, И.В.Шафиҡов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019