Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЛ ҠОРТТАРЫ

Просмотров: 1272

БАЛ ҠОРТТАРЫ (Apidae), яры ҡанатлылар отрядына ҡараған бөжәктәр ғаиләһе. Яҡынса 20 мең төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 450‑нән ашыу төрө бар: йомро мегахила, бал ҡорто, оҫта ҡорт һ.б. Улар ғаилә менән йәшәй, ғаиләләре йомортҡа һалыусы инә ҡорттан (инә бал ҡорто, йәки “батшабикә”), эшсе ҡорттарҙан (енси ағзалары үҫешеп етмәгән, аталаныуға яраҡһыҙ инә ҡорттар) һәм ата ҡорттарҙан (әре ҡорт) тора. Кәүҙәһе ҡалын, оҙонлоғо 1,5—50 мм, ҡуйы ваҡ төктәр менән ҡапланған, ҡара, ҡараһыу һоро йәки көрән‑һары төҫтә. Ҡорһағы оҙонса цилиндр формаһында, эшсе ҡорттарҙыҡы ҡаяулы, ағыулы һәм балауыҙ (аҫҡы өлөшөндә) биҙҙәре урынлашҡан. Башы ҙур; ҙур күҙҙәре һәм өс ябай түбә күҙҙәре бар. Мыйыҡтары быуынтыҡлы, төрлө оҙонлоҡта. Ауыҙ аппараты ялаусы-кимереүсе, оҙонса моронло. Ҡанаттары һеңерсәле, үтә күренмәле, ярылы. Аяҡтары төклө һәм типке менән, алдағылары ырғаҡлы; күпселек төрҙәрҙең артҡы аяҡтарының сирағы яҫы, һеркә йыйыу һәм ташыу өсөн кәрзинкә барлыҡҡа килтерә. Ер аҫтында, серек ағаста, үҫемлек һабаҡтары ҡыуышлығында, таш аҫтында яһалған ояларҙа (нектар һәм һеркә менән тултырылған бер йәки бер нисә кәрәҙҙән тора, ошонда уҡ инә ҡорт йомортҡа һала) йәшәй. Балағорттары аяҡһыҙ. Ҡурсаҡҡа әйләнеүе оя күҙәнәге эсендә бара. Республика шарттарында йылына бер йәки бер нисә быуын үҫешә. Оло бөжәктәр ҡышлай. Көндөҙ әүҙем. Балағорттары һәм имагоһы нектар һәм сәскә һеркәһе менән туҡлана. Урманда, баҡсала, болонда, далала, баҫыуҙа йәшәйҙәр. Б.ҡ. — сәскәле үҫемлектәрҙе һеркәләндереүсе. Б.ҡ. бал, балауыҙ, һитә, прополис, инәҡорт һөтөн алыу өсөн үрсетәләр. Умартасылыҡ продукттары аҙыҡ‑түлек сәнәғәтендә һәм медицинала (ҡара: Апитерапия) ҡулланыла. Башҡорт бал ҡорто, үҙгәреүсән иңкеш, таңҡа иңкеше БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына, шулай уҡ әрмән иңкеше РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Ә.Ә.Барлыбаева



Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.09.2022