Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КЕРПЕКЛЕ СЕЛӘҮСЕНДӘР

Просмотров: 812

КЕРПЕКЛЕ СЕЛӘҮСЕНДӘР, төклө селәүсендәр (Turbellaria), яҫы ҡорттар класы. 12 отряды, 3,5 меңдән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда бер нисә тиҫтә төрө бар. Оҙонлоғо миллиметрҙан алып бер нисә см тиклем, кәүҙәһе яҫы, оҙон, керпекле эпителий м‑н ҡапланған; төҫө һары, йәшел, ал, көрән һ.б., ҡайһы бер төрҙәре төҫһөҙ. Эпителийында субстрат буйлап шыуышыу өсөн лайла бүлеп сығарыусы биҙҙәр күп. Эсәклеге муҡса рәүешле йәки тармаҡлы, аналь тишеге юҡ. Тире аша тын ала. Ҡан әйләнеше ағзалары юҡ. Күпселек төрҙәрҙең бүлеп сығарыу ағзалары — протонефридиялар (беренсел бөйөр). Ябай төҙөлөшлө К.с. нервы системаһы диффуз типта, юғары ойошҡанлыларҙа — нервы бауҙары селтәре булған парлы мейе ганглийынан тора. Һиҙеү ағзалары — еҫ һиҙеү соҡорҙары, күҙҙәр, статоцист (тигеҙлекте тотоу ағзаһы). Гермафродит, күпселек төрҙәрҙә енси күҙәнәктәрҙе тышҡа сығарыу өсөн махсус юлдар үҫешкән. Башлыса енси юл м‑н үрсей. Үҫеше тура, күп тармаҡлылар отрядына ҡараған төрҙәрҙә — метаморфозлы, йомортҡанан балағорт сыға. Башлыса һыу ятҡылыҡтарында һәм дымлы урындарҙа йәшәй. Ваҡ хайуандар м‑н туҡлана, ҡайһы берҙәре — энәле тирелеләрҙең, моллюскыларҙың, ваҡ ҡыҫалаларҙың паразиттары. Һыу экосистемаларының мөһим компоненты: ҡайһы бер К.с. (мезостомалар, планариялар) һыу умыртҡаһыҙҙарының һанын көйләй, күп төрҙәре балыҡтар өсөн аҙыҡ булып тора.

М.Ғ.Баянов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019