Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СПЕРАНСКИЙ Владимир Васильевич

Просмотров: 769

СПЕРАНСКИЙ Владимир Васильевич (15.4.1937, Өфө ҡ. — 14.9.2010, шунда уҡ), иммунолог. Медицина фәндәре докторы (1991), профессор (1992). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1996), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1980), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1986). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1962) БАССР‑ҙың ауыл участка дауаханаларында эшләй, 1965 й. алып Өфө вакциналар һәм сывороткалар ҒТИ‑нда (1970 й. — өлкән ғилми хеҙмәткәр һәм лаборатория мөдире), 1983 й. башлап БДМУ‑ла (1984 й. — үҙәк ғилми‑тикшеренеү лабораторияһы мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге дөйөм һәм клиник иммунологияға; инфекциялы һәм инфекцияһыҙ иммунопатологияға, ш. иҫ. эндемик боғаҡ, бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк, репродуктив функцияның боҙолоуы осраҡтарында; сәнәғәт ағыуҙарының иммунотоксик йоғонтоһон тикшереүгә, иммунитетты коррекциялау ысулдарын эшләүгә һ.б. арналған. С. ҡатнашлығында шәкәр диабетын диагностикалау, ремиттациялы тарҡау склерозды дауалау ысулдары һ.б. эшләнгән. Башҡортостан иммунологтары йәмғиәте рәйесе (1986—2000).

Хеҙм.: Практикум по основам иммунологии. Уфа, 2007 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.10.2022