Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠОРҘАР

Просмотров: 1356

ҠОРҘАР (Lyrurus), тауыҡ һымаҡтар отрядының ҡорҙар ғаиләһенә ҡараған ҡоштар. Ҡ. (Lyrurus tetrix) һәм кавказ Ҡ. билдәле, Евразияла таралғандар. Башҡортостанда ҡор йәшәй. Ултыраҡ ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 40—50 см, ауырлығы 0,9—1,5 (ҡайһы берҙә 1,8‑гә тиклем) кг, инә ҡор бәләкәйерәк. Ата ҡош күкһел шәмәхә кеүек ялтырауыҡлы ҡара төҫтә. Күҙ өҫтөндә сағыу ҡыҙыл ҡашы бар. Беренсе дәрәжәләге ҡағыу ҡауырһындары, икенсе дәрәжәләге ҡауырһындарының бер өлөшө һәм лира рәүешендәге ҡойроғоноң аҫҡы япма ҡауырһындары аҡ төҫтә, арҡыры ҡара һыҙатлы. Инә ҡош ҡара сыбарлы һорғолт ерәнһыу, ҡойроҡ аҫты аҡ төҫтә, арҡыры ҡара һыҙатлы. Башы бәләкәй, муйыны ҡыҫҡа. Суҡышы йыуан, ҡыҫҡа, бер аҙ ҡабарынҡы. Аяғы уртаса оҙонлоҡта, көслө. Полигам. Уйындары яҙ көнө ерҙә. Ояһы — төбөнә бер аҙ ботаҡ, мүк һәм ҡауырһын түшәлгән ҙур булмаған ерҙәге бәләкәй соҡор. Йылына 1 тапҡыр бала сығара, 6—13 ҡара көрән таплы охра төҫөндәге йомортҡа һала. Инә ҡош 22—25 көн баҫа. Үҫемлектәрҙең йәшел өлөшө, еләк, бөжәк менән, ҡышын ҡайын һәм шыршы ағастарының бөрөһө, алҡаһы, ылыҫы һ.б. менән туҡлана. Урман һәм урманлы дала зонаһында урманда (яҡты ҡайынлыҡты үҙ итә), ҡырҡындыла, үртәндә, урман ситендә йәшәй. БР‑ҙа һунар объекты.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.01.2023