Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КҮГӘН

Просмотров: 591

КҮГӘН, урман өрөгө (Prunus spinosa), слива затына ҡараған үҫемлек. Евразия һәм Төньяҡ Африканың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Япраҡ ҡойоусы сәнскеле ҡыуаҡ, һирәгерәк тәпәш кенә ағас, бейеклеге 3—5 м. Үренделәре көрән, һарғылт йәки һорғолт көрән төҫтә; ҡыҫҡа үренделәре сәнскеле. Япрағы йомортҡа, ланцет йәки оҙонса‑эллипс формаһында, сите бысҡы теше рәүешендә, сиратлы, өҫ яҡтан ҡуйы йәшел, аҫ яҡтан асығыраҡ төҫтә. Сәскәһе аҡ төҫтә, яңғыҙ урынлашҡан. Апр.—майҙа сәскә ата. Емеше — ҡарағусҡыл зәңгәр төҫтәге, һутлы әскелтем-сөсө итсәле төшлө емеш, сент. өлгөрә. Орлоҡтар, тамыр үҫентеләре м‑н үрсей. Башҡортостанда урман ситтәрендә, йырындар буйлап ҡырағай К. осрай; парктарҙа һәм баҡсаларҙа үҫтерелә. К. ботаҡтары ҡул таяҡтары, ваҡ‑төйәк әйберҙәр һ.б. эшләү өсөн ҡулланыла. Декоратив, баллы, ашарға яраҡлы үҫемлек. Составында витаминдар, органик к‑талар, шәкәр булған емештәре халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Р.Х.Ғиниәтуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: