Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТИМЕЛЕЯ

Просмотров: 662

ТИМЕЛЕЯ (Thymelaea), бүре йүкәһе һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, Евразияның һәм Төньяҡ Африканың уртаса йылы өлөшөндә таралған. Башҡортостанда ябай, йәки турғай Т. үҫә. Бер йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, тарбаҡлы йәки ябай, бейеклеге 10—30 см. Япрағы ҡыяҡ-ланцет формаһында йәки ҡыяҡлы, осло, сиратлы. Сәскәһе ваҡ (1—2), япраҡ ҡуйынында ике сәскә яны япрағы бар, һабаҡ һәм ботаҡ остарында тар башаҡ һымаҡ суҡҡа йыйылған. Сәскә һабы ҡыҫҡа, оҙон аҡ ҡыл шәлкеме бар. Сәскә эргәлеге көршәк формаһында (өлөштәре тырпайып тора, осонда йомро), йәшкелт һары төҫтә, тыш яҡтан ҡуйы төклө. Һеркәсе 2—8; емшәне яланғас, еп рәүешле бағаналы. Май— июндә сәскә ата. Емеше – груша һымаҡ сәтләүек, июнь—июлдә өлгөрә. Бишбүләк һәм Ейәнсура р‑ндарының ташлы далаларында үҫә. Составында витаминдар, кумариндар, терпеноидтар һ.б. бар. Баллы үҫемлек, ағыулы үҫемлек. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019