Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МЕКЛЕНБУРГ ТИММИЯҺЫ

Просмотров: 680

МЕКЛЕНБУРГ ТИММИЯҺЫ (Timmia megapolitana), мүк һымаҡтар төрө. Күп йыллыҡ бер өйлө ос емешле мүк, кәүшәк һарғылт йәшел төҫтәге (аҫҡы өлөшөндә һорғолт) кәҫлектәр барлыҡҡа килтерә. Һабағы 8 см, төҙ, тармаҡлы, ризоид кейеҙ м‑н ҡапланған. Япраҡтары ситкә бөгөлгән, киң асыҡ һары нигеҙ м‑н, өҫкө өлөшөндә тар ланцет, улаҡлы, ситтәре эре һәм осло бысҡылы. Тамырсаһы ябай, япраҡтың аҫҡы өлөшөндә урынлашҡан, имсә кеүек үҫентеләре бар. Ҡумтаһы оҙонса, икәүле перистомлы. Споралар ярҙамында үрсей. Дымлы, составында эзбиз булған ҡаяларҙа, ташлы тупраҡта, һаҙлы болондарҙа, киң япраҡлы урмандарҙа үҫә. Бөрйән (Башҡорт ҡурсаулығы, Шүлгәнташ ҡурсаулығы), Ишембай (Ҡолғона а. көнбайышҡа табан 10 км алыҫлыҡтағы Арлар а. янында), Күгәрсен (Мораҙым тарлауығы) һәм Мәсетле (Сосновка а. эргәләре) р‑ндарында осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән. 

Э.З.Байышева

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: