Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОҘОНКҮЛ

Просмотров: 837

ОҘОНКҮЛ, Кесе Ҡыҙыл й. басс. күл. Учалы р‑ны Озёрный а. көнбайыш ситендә Көркәк һәм Оҙонҡыр һырттары араһындағы уйпатлыҡта урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны 4,6 км2, оҙонлоғо 4,5 км, уртаса киңлеге 1,2 км, уртаса тәрәнлеге 2,0 м (макс. — 4,1 м), һыу күләме 9,2 млн м3; һыу йыйыу майҙаны 36,5 км2. Тектоник күл, урта девондың ҡарамалыташ свитаһы базальттарында, риолиттарында, йәшмәләрендә барлыҡҡа килгән; соҡоро һуҙылған; төбө һөҙәк, сапропель м‑н ҡапланған. Ағар күл, Ҡылы й. (Кесе Ҡыҙыл басс.) ағып сыға. Ҡатнаш, башлыса ер өҫтө һыуҙары м‑н туйына. Һыуы сөсө. Күл эвтрофлы. Төньяҡ һәм көньяҡ ярҙары һөҙәк, көнбайыш һәм көнсығышы — текә. Тирә‑яғындағы ландшафы аҡһыл һоро тау‑урман тупрағындағы ҡарағай һәм ҡайын урмандарынан тора. Яр буйҙарын үҫемлектәрҙең урман һәм болон төрҙәре (тимофеевка, типсәк, әрем, ябай кесерткән) ҡаплаған. Күрән, ҡамыш, һаҙ ҡолонғойроғо, һыу үләне һ.б. үҫә. Табан балыҡ, ялтырсабаҡ, күл һәм осло моронло тәлмәрйендәр һ.б.; яр буйында күл аҡсарлағы, һоро өйрәк һ.б. йәшәй. Күлдең төньяҡ һәм төньяҡ- көнсығыш өлөштәре һаҙланған.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019