Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОҘОНҠЫР, һырт

Просмотров: 1033

ОҘОНҠЫР, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Учалы р‑ны буйлап Көсөк а. киңлегенән алып Баттал а. киңлегенә тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 15 км, киңлеге 1—2,5 км, абс. бейеклеге 786 м (Ҡайынлытау). 628— 786 м бейеклектәге 4 түбәһе айырылып тора. Рельефы тәпәш таулы, төньяҡ, көнбайыш һәм көньяҡ битләүҙәре текә, көнсығышы — һөҙәк; һырттың көньяҡ һәм көнсығыш өлөштәре һаҙланған. Ирәндек свитаһы андезибазальттарынан, кемпирсай‑войкар комплексының серпентиниттарынан һәм таш күмер йәшендәге габброларҙан ғибәрәт. Һырт битләүҙәрендә Ҡаранйылға, Тимәш йй. (Урал й. басс.) башлана. Ландшафы аҡһыл һоро тау‑урман тупрағындағы ҡарағай һәм ҡайын урмандарынан тора.

Тәрж. И.М.Япаров

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019