Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОЛОҒОРТАУ, һырт

Просмотров: 842

ОЛОҒОРТАУ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Әбйәлил р‑ны буйлап Икстимер й. киңлек бүлеменән Ҡараһаҙ й. (икеһе лә — Оло Ҡыҙыл й. басс.) тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 16 км, киңлеге 2—3 км, абс. бейеклеге 656 м. 458—656 м бейеклектәге 7 түбәһе айырылып тора (Морон, Сағылтау, Ҡаратау тауҙары). Рельефы тәпәш таулы, ҡатмарлы. Һырт төньяҡ һәм көньяҡ өлөштәрендә билән м‑н бүленгән. Төньяҡ өлөшөнөң битләүҙәре текә, осло башлы түбәләре бар, көньяҡ өлөшө — һөҙәк. Олотау свитаһының туффиттарынан, саҡматашлы һәүерташтарынан һәм йылайыр свитаһының граувактарынан ғибәрәт. Ландшафы аҡһыл һоро тау‑урман тупрағындағы ҡарағай һәм ҡайын урмандарынан тора.

Тәрж. И.М.Япаров

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019