Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОЛОТАУ, һырт. Архангел һәм Ғафури р‑ндары

Просмотров: 2165

ОЛОТАУ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағыһырт. Архангел һәм Ғафури р‑ндары буйлап Оло Ҡурғаш й. (Инйәр й. басс.) тамағының киңлегенән алып Еҙем й. киңлек бүлеменә тиклем субмеридиональ йүнәлештәһуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 30 км, киңлеге 2—5 км, абс. бейеклеге 657 м. 323—657 м бейеклектәге 13 түбәһе айырылып тора (Алатау, Баланлы, Яланғастау һ.б.). Рельефытәпәш таулы, йылға үҙәндәрем‑н йырғыланған. О. Асҡын й. (Инйәр й. ҡушылдығы) м‑н төньяҡһәм көньяҡөлөштәргә бүленгән; көнбайыш һәм төньяҡ‑көнсығыш битләүҙәре текә, төньяҡ‑көнбайыш, көнсығыш һәм көньяҡ‑көнсығышы — һөҙәк. Күсәр өлөшөндә урта карбондыңмәскәүһәм башҡорт ярустары карбонаттарынан, көнбайыш итәге — аҫҡы пермдеңкарбонатлы‑терриген тоҡомдарынан, өҫкө карбондың саҡматашлы‑балсыҡлы һәүерташтарынанһәм эзбизташтарынан, көнсығыш итәге — аҫҡы карбондың карбонатлы‑терриген тоҡомдарынан ғибәрәт. Һырт битләүҙәрендә Арғынйәш, Йондоҙло, Картель, Кесе Ҡурғаш, Ҡаранйорт, Оло Барма йй. (бөтәһе лә — Инйәр й. басс.), Еҙем й. ҡушылдыҡтары (Оло Киндерле, Упҡанкүл, Юрмаш йй.) һ.б. башлана. Ландшафы һоро тау‑урман тупрағындағы киң япраҡлы урмандарҙантора.

Тәрж. И.М.Япаров

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 13.06.2024