Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ФАРМСТАНДАРТ–ӨФӨ ВИТАМИН ЗАВОДЫ”, пр‑тие

Просмотров: 1192

“ФАРМСТАНДАРТ—ӨФӨ ВИТАМИН ЗАВОДЫ”, ААЙ. РФ‑та фарм. продукцияһы (төрлө фармакотерапия төркөмдәренә ингән 140‑тан ашыу төр дарыу препараты һәм биологик актив өҫтәмә) етештереү б‑са иң ҙур һәм боронғо пр‑тиеларҙың береһе. Составына 5 производство цехы инә. 2012 й. 1500‑ҙән ашыу кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә ебәрелә.

1916 й. кондитер изделиелары етештереү б‑са оҫтахана булараҡ ойошторола (ш. уҡ ҡәһүә, томат‑пюре, май, балауыҙ сығара), 1920 й. алып Өфө “Берҙәмлек” хеҙмәт артеле, 1924 й. — кондитер ф‑каһы, 1926 й. — “Башкондитер” ф‑каһы (100‑ҙән ашыу төр продукция), 1941 й. Өфө витамин з‑дына үҙгәртелә (Мәскәү, Ленинград, Краснодар ҡҡ. эвакуацияланған витамин з‑дтарының етештереү ҡорамалдары нигеҙендә, фронт өсөн С витамины һәм витамин өҫтәлгән әлморон сиробы етештереү үҙләштерелә), 1986 й. алып “Башбиофарм” ПБ составында, 1993 й. хәҙ. статусын йөрөтә, 2003 й. башлап “Фармстандарт” ААЙ (Долгопрудный ҡ.) составында, 2005 й. хәҙ. исемен ала. Пр‑тиела ген инженерияһын ҡулланып сығарылған Биосулин кеше инсулины, Растан үҫеш гормоны, “Велкейд” цитостатигы һ.б. етештереү үҙләштерелгән.

Әҙәб.: История возникновения, становления и развития производства отечественных витаминных и лекарственных препаратов /Д.Л.Рахманкулов [и др.]. М., 2003.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 25.03.2024