Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨФӨ ЭЛАСТОМЕР МАТЕРИАЛДАР, ИЗДЕЛИЕЛАР ҺӘМ КОНСТРУКЦИЯЛАР ЗАВОДЫ

Просмотров: 1381

ӨФӨ ЭЛАСТОМЕР МАТЕРИАЛДАР, ИЗДЕЛИЕЛАР ҺӘМ КОНСТРУКЦИЯЛАР ЗАВОДЫ, ААЙ. Резина‑техник продукция етештерә. Составына резина‑техник изделиелар әҙерләү производствоһы комплексы; резиналы туҡымалар, һауала осоу һәм ҡотҡарыу техникаһы изделиелары, пневмоҡоролмалар производстволары; үҙәк лаб. инә. 2012 й. 976 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла (ҡотҡарыу техникаһы Рәсәй диңгеҙ һәм йылға флотын, граждандар авиацияһын һәм Хәрби һауа көстәрен комплектлаштырыу өсөн ҡулланыла; пневмокаркаслы модулдәр — Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы), яҡын һәм алыҫ сит илдәргә ебәрелә. 1942 й. эвакуацияланған Ярославль резина‑техник изделиелар з‑ды һәм “Ҡыҙыл өсмөйөш” з‑ды (Ленинград) базаһында Өфө резина‑техник изделиелар з‑ды булараҡ ойошторола (1972 й. алып М.В.Фрунзе ис.), 1993 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Пр‑тиела Рәсәйҙә берҙән‑бер полиграфия сәнәғәте өсөн баҫма резина‑туҡыма пластиналар (40‑сы йй.), БР‑ҙа — стихиялы бәлә‑ҡаза урындары янында ҡотҡарыусылар өсөн автомобиль госпиталдәрен һәм лагерҙарын урынлаштырырға мөмкинлек биргән пневмо‑каркаслы модулдәр (60‑сы йй.) етештереү ғәмәлгә индерелә. Окт. Революцияһы орд. м‑н бүләкләнгән (1976). Пр‑тие м‑н Ә.А.Абдуллин, К.П.Залавин, П.А.Кулаков, М.П.Мирғәзәмов, А.Я.Михайлов, Г.М.Сидоров һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Әҙәб.: Уфимскому заводу эластомерных материалов, изделий и конструкций — 60 лет. Уфа, 2002.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019