ӨФӨ ИТ‑КОНСЕРВА КОМБИНАТЫ
900
ӨФӨ ИТ‑КОНСЕРВА КОМБИНАТЫ, ААЙ. 180 төрҙән ашыу колбаса, 20 төрҙән ашыу ит консервалары, 20 төрҙән ашыу ярым фабрикат етештерә. Составында колбаса (1993), ит ярым фабрикаттары (1974), малды беренсел эшкәртеү (1987), сосиска һәм бешкән колбаса етештереү (1991), консерва (1996) цехтары; һыуытҡыс (1954) бар. 2013 й. 820 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендәһатыла. 1940 й. ойошторола, 1949 й. файҙаланыуға индерелә, 1993 й. хәҙ. статусын ала, 2002 й. алып “Продо” Бөтә Рәсәй аҙыҡ холдингы (Мәскәү) составына инә.
Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Энциклопедиялар: