Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОҪТА ҠОРТ

Просмотров: 1025

ОҪТА ҠОРТ (Xylocopa valga), яры ҡанатлылар отрядының ысын бал ҡорттары ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Башлыса Көнбайыш һәм Үҙәк Евразияла, Африканың төньяғында таралған. Кәүҙәһе 2,0—2,8 см оҙонлоҡта (ата ҡорттар вағыраҡ), ҡара төҫтә, күкһел‑миләүшә ялтырауыҡлы, оҙон һирәк төктәр менән ҡапланған. Мыйығы өҫ яҡтан ҡара төҫтә, аҫтан — ерәнһыу. Ҡорһағы йомро. Ҡанаттары ялтыр, күкһел‑миләүшә төҫтә, алғы ситтәре асыҡ төҫтә. Ояһын ҡоро үҙағаста, иҫке ағас ҡаралтыларҙа һ.б. ҡороп, уның күҙәнәктәренә тат, һеркә һәм йомортҡа һала. Ҡарышлауыҡтары ҡурсаҡ көбөндә ҡурсаҡлана. БР шарттарында йылына 1 быуын үҫә. Ҡарышлауыҡтары һәм йәш ҡорттар ҡышлай. Йәш ҡорттар яҙ көнө килеп сыға. Көндөҙ әүҙем. Ҡуҙаҡлылар, ирен сәскә һымаҡтар, роза һымаҡтарҙың таты һәм һеркәһе менән туҡлана. Далала, урманлы далала, урман аҡландарында, урман ситтәре буйлап, торлаҡ янында тереклек итә. Башҡортостандың Урал алдында (Баҡалы, Ғафури, Өфө, Саҡмағош, Әлшәй райондары) осрай. Үҫемлектәрҙе һеркәләндереүсе. Үҙағаста О.ҡ. бер нисә ояһы булғанда уның структураһы боҙола. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 11.11.2022