Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТИГЕҘ ҠАНАТЛЫ ТОМШОҠЛОЛАР

Просмотров: 1038

ТИГЕҘ ҠАНАТЛЫ ТОМШОҠЛОЛАР (Homoptera), бөжәктәр отряды. 30 меңдән ашыу төрө билдәле; Башҡортостанда 5 ярым отрядҡа ҡараған 80‑дән ашыу төрө бар: аҡ ҡанатлы көйәләр, үлән талпандары (һурнастар һәм ҡалҡансыҡтар), япраҡ бөрсәләре, кебләләр, цикада һымаҡтар. Ҡанаттары үтә күренмәле, ярылы, тамырсыҡтары бар, алғылары — тығыҙыраҡ, тиресәле, артҡылары — ҙур түгел; ата ҡалҡансыҡтарҙыҡы юҡ, ҡайһы бер төрҙәре ҡанатһыҙ. Башы аҙ хәрәкәтләнеүсән, маңлайы ныҡ артҡа күскән. Күҙҙәре ҡатмарлы, аҙ хәрәкәтләнеүсән формаларҙа — ҙур түгел, хәрәкәтһеҙ формаларҙа — юҡ. Ауыҙ аппараты һура торған, оҙон быуынлы томшоғо бар. Аяҡтарында быуынтыҡтары аҙ. Үҫеше тулы булмаған әүерелешле (енси һәм партеногенетик быуындарҙың сиратлашыуы менән ҡатмарландырылған). Т.ҡ.т. йомортҡа һалғысы бысҡы һымаҡ; йомортҡаларын йәш үренделәрҙең ҡабығы аҫтына, үҫемлектәрҙең вегетатив өлөштәренә һала. Ҡарышлауыҡтары үҫемлектәрҙә, һуңынан тупраҡта үҫә. Бер йыл эсендә 1—12 быуын үҫешә. Ғәҙәттә йомортҡалары (мәҫәлән, япраҡ бөрсәләренең, кебләләрҙең, цикадаларҙың) ҡышлай. Көндөҙ һәм төндә әүҙем. Оло бөжәктәр һәм ҡарышлауыҡтары ағастарҙың, ҡыуаҡтарҙың һ.б. һуты менән туҡлана, был үҫемлектәрҙә оролар барлыҡҡа килтереүе мөмкин. Т.ҡ.т. күп төрҙәре үҫемлек япраҡтарына баллы ысыҡ бүлеп сығара, был паразит бәшмәктәр үҫешенә килтерә, ҡайһы берҙәре үҫемлек ауырыуҙарын тыуҙырыусыларҙы таратыусылар, ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостары булып тора.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.11.2022
Связанные статьи: