Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШИШМӘ КҮБӘЛӘГЕ

Просмотров: 956

ШИШМӘ КҮБӘЛӘГЕ (Semblis phalaenoides), шишмә күбәләктәре отрядының фриганеидалар ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Евразияла таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 1,8—2,4 см, ҡара‑көрән төҫтә, ҡуйы йәки һирәк төктәр менән ҡапланған. Башы ҙур, мыйыҡтары оҙон, епкә оҡшаған. Ҡанаттары төклө, һорғолт аҡ, алғылары — ҡара таплы, артҡылары — аҡ, киң ҡара ҡаймалы. Ҡойҡа һымаҡ төйөрсөктәргә берләшкән йомортҡаларын һыуға йәки һыу эргәһендәге үҫемлектәргә һала. Үҫеше тулы әүерелешле. Ҡарышлауыҡтары (оҙонлоғо 7 см тиклем) йәшкелт һоро, күрән япрағы киҫәктәрен, ваҡ таштарҙы, ҡабырсаҡ һыныҡтарын ау биҙе бүленделәре менән беркетеп, көпшә рәүешендәге күсереп йөрөтмәле өйҙәр төҙөй. Өй эсендә ҡурсаҡлана. Ҡурсаҡтары хәрәкәтсән. Башҡортостан шарттарында бер йыл эсендә 1 быуын үҫешә. Ҡарышлауыҡтары ҡышлай. Имагоһы май аҙағында — июнь башында оса башлай. Көндөҙ әүҙем. Ш.к. ҡарышлауыҡтары һыу үҫемлектәренең япраҡтары, серәкәй ҡарышлауыҡтары һ.б. һыу умыртҡаһыҙҙары менән туҡлана, оло бөжәктәр туҡланмай. Һыу ятҡылыҡтары янында йәшәй. Белорет һәм Бөрйән райондарында осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.12.2022
Связанные статьи: