Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШИШМӘ КҮБӘЛӘКТӘРЕ

Просмотров: 1092

ШИШМӘ КҮБӘЛӘКТӘРЕ, мамыҡ ҡанатлылар (Trichoptera), бөжәктәр отряды. 45 ғаиләһе, яҡынса 600 заты, 12 мең төрө билдәле; Башҡортостанда 90‑дан ашыу төрө осрай. Кәүҙә оҙонлоғо 1—3 см, көрән, һоро йәки һарғылт ҡуңыр төҫтә, төктәр менән ҡапланған. Башы ҙур, фасеткалы эргә һәм 2—3 ябай түбә күҙҙәре бар. Мыйыҡтары оҙон, епкә оҡшаған, күп быуынлы. Ауыҙ аппараты үҫеп етмәгән, телсәле ҡыҫҡа томшоҡҡа әйләнгән. Ҡорһағы 10 сегменттан тора. Ҡанаттары төклө, алғылары — оҙон, артҡылары — киң. Аяҡтары 5 быуынлы. Үҫеше тулы әүерелешле. Ҡойҡа һымаҡ төйөрсөктәргә берләшкән йомортҡаларын һыуға йәки һыу үҫемлектәренә һала. Ҡарышлауыҡтарының яҡшы үҫешкән ауыҙ ағзалары (сәйнәгестәр), күкрәк аяҡтары, ҡорһаҡ сегменттарында айғолаҡтары була (ҡайһы бер Ш.к. булмай); 1—3 йыл үҫешә, 4—6 тапҡыр төләй. Үҫемлек ашаусы ҡарышлауыҡтарының кәүҙәһе цилиндр формаһында, ҡорһағы бер аҙ сегменттарға бүленгән; үҫемлек япраҡтарын, ваҡ таштарҙы, ҡабырсаҡ һыныҡтарын һ.б. минераль йәки үҫемлек киҫәктәрен ау биҙе бүленделәре менән беркетеп төҙөгән көпшә рәүешендәге тамыр таҡыяларында йәшәй. Камподея һымаҡтарҙың (күпселектә йыртҡыс) кәүҙәһе оҙон, ҡорһағы сегменттарға бүленгән, яҫы, осонда тырнаҡтары бар; күпселегенең тамыр таҡыяһы юҡ, һунар ауҙары, буранкалар йәки камералар төҙөй. Бик күп Ш.к. ҡарышлауыҡтары өй эсендә ҡурсаҡлана. Ҡурсаҡтары хәрәкәтсән (оҙон мыйыҡтары, алғы аяҡтары һәм ҡанат яралғылары була), үҫеш аҙағында яңаҡтары менән тамыр таҡыяһының ҡапҡасын кимереп, ярға шыуышып сыға һәм имагоға әүерелә. Респ. шарттарында бер йыл эсендә 1 быуын үҫешә. Ҡарышлауыҡтары (мәҫәлән, шишмә күбәләге) һәм (йәки) ҡурсаҡтары ҡышлай. Көндөҙ әүҙем. Йыртҡыс ҡарышлауыҡтары һыу умыртҡаһыҙҙары, ылымыҡтар, үҫемлек ашаусы ҡарышлауыҡтары детрит, һыу үҫемлектәренең япраҡтары менән туҡлана; оло Ш.к. һыу һәм сәскә таты эсә. Күбеһенсә таҙа һыу ағымдарында йәшәй. Ҡарышлауыҡтары — балыҡтар өсөн аҙыҡ, биологик индикацияла ҡулланылыуы мөмкин.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Илл.: Шишмә күбәләктәре: 1 — ҙур шишмә күбәләге (Phryganea grandis); 2 — селтәрле шишмә күбәләге (Oligostomis reticulata)

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.09.2022
Связанные статьи: