Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЕТРОВКА МӘҘӘНИӘТЕ

Просмотров: 1099

ПЕТРОВКА МӘҘӘНИӘТЕ, бронза быуатының археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 17—16 бб. ҡарай. Ишем й. (Ҡаҙағстан) һул ярында урынлашҡан Петровка а. янындағы ҡәберлек б‑са аталған. П.м. ҡомартҡылары Көньяҡ Урал, Көнбайыш Себер, Төньяҡ һәм Үҙәк Ҡаҙағстанда табылған. Ур, соҡорҙар (тәрәнлеге 1,5—2,5 м, киңлеге 3,5 м), бағана конструкциялар м‑н нығытылған һәм нығытылмаған торамалар (майҙаны — 8,5 мең м2 тиклем) булған. Ярым ер өйҙәр йәки бағана конструкциялы башлы‑ са таштан һалынған усаҡлы тура мөйөшлө ер өҫтө ҡаралтылары (25—100 м2) торлаҡ булып хеҙмәт иткән. Керамика слюда йәки онталған ҡабырсаҡ ҡушып эшләнгән, өсмөйөш, тулҡынлы һыҙыҡ һәм кәкерсәктәр, соҡорло биҙәк, тешле штамп һәм бау эҙе м‑н биҙәлгән осло ҡырлы көршәктәрҙән һәм банка рәүешендәге һауыттарҙан ғибәрәт; уларҙың эске яғында туҡыма эҙҙәре бар. Ерләү ҡомартҡыларының күбеһе — ҡурған аҫты ҡәберҙәре. Мәйеттәр һул ҡабырғаға бөгәрләнгән килеш (һирәкләп салҡан) һалып, баштары м‑н башлыса көнбайышҡа йәки төньяҡ‑көнбайышҡа ҡаратып һай ҡәбер соҡорҙарында (0,5 м) йәки балсыҡ иҙәнле һәм яндырылмаған кирбес стеналы камераларҙа ерләнгән, уларҙа ш. уҡ йола б‑са аттарҙы ерләү, һуғыш арбаһы ҡалдыҡтары осрай. Торлаҡ иҙәндәрендә айырым балалар ҡәберлеге һәм ҡәберҙәре — П.м. ерләү йолаһының үҙенсәлекле һыҙаты. Ҡәберҙә ҡорал (бронза балта һәм һөңгөләр, бер һәм ике йөҙлө бысаҡтар, таш суҡмарҙар, һөйәк һәм таш уҡ башаҡтары), ат егеү кәрәк‑ярағы (һөйәк ауыҙлыҡтар), эш ҡоралдары (яҫы арҡыры балталар, һаплы һәм кейҙерелмәле ҡасауҙар) табылған. П.м. Көньяҡ Уралда формалашҡан, ареалдың артабанғы киңәйеүе Урал аръяғы һәм Ҡаҙағстанда баҡыр ятҡылыҡтарын үҙләштереү м‑н бергә бара. Малсылыҡ һәм металл эшкәртеү хужалыҡтың төп тармаҡтары булған. В.В.Евдокимов, Г.Б. Зданович һ.б. фекеренсә, П.м. — Һынташты мәҙәниәтенең һуңыраҡ барлыҡҡа килгән варианты, Н.Б.Виноградов, А.А.Ткачёв, В.В.Ткачёв һ.б. уны Алакүл мәҙәниәтенең иртә осоро тип ҡарай.

Г.Б.Зданович

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019