ПОПОВ Николай Ильич
ПОПОВ Николай Ильич (24.12.1912, Өфө ҡ. — 28.8.1943, Украина ССР‑ы Михайловка а.), Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Өфө сәй төрөү фабрикаһында, Өфө урман заводында эшләгән. 1943 й. авгусынан алып Воронеж фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 4‑се гвардия армияһы 68‑се гвардия уҡсылар дивизияһы 202‑се гвардия уҡсылар полкының танкыға ҡаршы ҡорал расчёты командиры гвардия сержанты П. 1943 й. 28 авгусында Михайловка а. янындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин ордены менән бүләкләнгән (1944). Өфө ҡ. П. исеме менән 28‑се урта мәктәп аталған, ул эшләгән завод бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
И.Ғ.Кәримова
Тәрж. М.Х.Хужин