Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РАКШИН Дмитрий Сергеевич

Просмотров: 1027

РАКШИН Дмитрий Сергеевич [14.11.1913, Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Ләүйылға а. (БР‑ҙың Ҡыйғы районы) — 9.1.1961, Силәбе өлкәһе Ельничный ҡсб], Советтар Союзы Геройы (1943). Һатҡы урман сәнәғәте хужалығында (Силәбе өлкәһе) эшләгән. 1943 й. майынан Воронеж һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 40‑сы армия 42‑се гвардия уҡсылар дивизияһы 132‑се гвардия уҡсылар полкының пулемёт расчёты командиры гвардия өлкән сержанты Р. 1943 й. 28 сентябрендә Украина ССР‑ының Гребени а. янында Днепр й. аша сыҡҡанда һәм уң ярҙағы плацдармды һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) Һатҡы ҡ. эшләй. Ленин ордены менән бүләкләнгән (1943). Р. исеме Үрге Ҡыйғы а. тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейына, Ҡыйғы районы Ләүйылға урта мәктәбенә, Ләүйылға а. һәм Бакал ҡ. урамдарға бирелгән; шунда уҡ уға һәйкәлдәр ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

 

 

И.Ғ.Кәримова
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 28.10.2022