РЫЛЬСК ПЕХОТА ПОЛКЫ
959
РЫЛЬСК ПЕХОТА ПОЛКЫ, 1796 й. Ырымбур ҡ. 4‑се һәм 5‑се Ырымбур ялан батальондары базаһында Рыльск мушкетёрҙар полкы (1796 й. һәм 1801 й. алып) булараҡ ойошторола; 1798 й. алып ген.‑майор 1‑се Бахметьев полкы, 1811 й. — Р.п.п. Ырымбур инспекцияһы, 1808 й. башлап 23‑сө, 1810 й. — 25‑се, 1813 й. — 29‑сы пехота див. составына инә. 1806 й. Р.п.п. 8 ротаһынан 29‑сы һәм 30‑сы егерь полктары ойошторола. Ватан һуғышында (1812) һәм рус армияһының сит илгә походтарында (1813—14) ҡатнаша. 1833 й. Р.п.п. таратыла. Полк ком. подполковник Н.М.Некрасов (1813—14) билдәле.
Р.Н.Рәхимов
Тәрж. М.Х.Хужин
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар: