Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕВАСТОПОЛЬ ЗЕНИТ-АРТИЛЛЕРИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ

Просмотров: 840

СЕВАСТОПОЛЬ ЗЕНИТ-АРТИЛЛЕРИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ, 1927 й. ойошторола; хәҙ. С.П.Королёв ис. Житомир хәрби радиоэлектроника институты. 1941 й. сент. — 1945 й. дек. Өфөлә урынлашҡан. Уч‑щеның 26 зенит орудиеһы булған. Атыш б‑са күнегеүҙәр Турбаҫлы ст. һәм Благовещен урман дачаһы тирәһендә үткәрелгән. Офицерҙарҙың 7 сығарылышы (5454 кеше) була: артиллерист- зенитчиктар, эре калибрлы зенит пулемёттары взводы ком., офицер-сәйәси хеҙм‑рҙәр. Окт. Революцияһы (1979), Ҡыҙыл Байраҡ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. Уч‑ще нач.: полк. И.Ф.Морозов (1941 й. ғин. алып), Кирш (1942 й. июленән), М.А.Редле (1942 й. дек. алып), М.А.Кудряшов (1944 й. окт. алып), ген.‑майор М.И.Рыбаков (1945 й. авг.—дек.).

Әҙәб.: Б и к м е е в М.А. Башкортостан — кузница офицерских кадров. Уфа, 1998.

М.Ә.Бикмәев

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019