Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОРТАЛЬ Роже Антонен Роббер

Просмотров: 1128

ПОРТАЛЬ Роже Антонен Робер (6.5.1906, Амбер ҡ., Франция — 30.12.1994, Париж), француз тарихсыһы. Гуманитар ф. д‑ры (1949), профессор. Страсбург ун‑тын тамамлаған (Франция, 1931). 1929 й. алып Францияның уҡыу йорттарында белем бирә: 1950 й. башлап Лилль ун‑тында, 1955—76 йй. Париж ун‑тында, бер үк ваҡытта 1959—73 йй. Славяндарҙы өйрәнеү милли ин‑ты (Париж) директоры. Фәнни эшмәкәрлеге Себерҙе үҙләштереү, Ырымбур экспедицияһы (1734— 44), Уралда тау сәнәғәте үҫеше, башҡорт ихтилалдары (17—18 бб.), ш. иҫ. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773— 75), тарихын өйрәнеүгә арналған. Рәсәй тарихы б‑са 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Халыҡ‑ара тарих фәндәре ком‑тының Славян комиссияһы рәйесе.

Х е ҙ м.: Урал в XVIII веке: очерки соц.‑экон. истории. Уфа, 2004; Исследования по истории, историографии и источниковедению регионов России. Уфа, 2005.

И.В.Күсемов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 11.02.2020