Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РАИМОВ Риф Муҡсин улы

Просмотров: 1172

РАИМОВ Риф Муҡсин улы [30.12.1904, Ҡуян а. Бөрө өй. Өфө губ. (БР-ҙың Ҡалтасы р-ны) - 15.2.1953, Мәскәү], тарихсы. Тарих ф. д-ры (1950). Б .В. һуғышында ҡатнашыусы. “Ғосмания” мәҙрәсәһендә (1915-18), уҡыт. семинарияһында (Уфа, 1919-20) белем алған.  1937-41 йй. һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа СССР ФА Тарих ин-т эшләй (Мәскәү). 1942 й.-н  К.А.Тимирязев ис.  Башҡ. пед. ин-т уҡытыусыһы,  1943-44 йй. ВКП(б)-ның Башҡ. ӨК секретары. Фәнни хеҙмәттәре башҡорттарҙың 1812 й. Ватан һуғышында ҡатнашыуына, 1905-07 йй. революция йылдарында Башҡортостан  һәм Волга буйының тарихына, БАССР-ҙың төҙөлөүенә арналған.

 Әҙәб.: 1905 год в Башкирии (революционное движение в 1905-1907 гг.). М.; Л., 1941; Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года. Уфа, 1943; Образование Башкирской Автономной Советской Социалистической Республики. М., 1952.

Д.Ғ.Ҡускилдин

  тәрж. Ф. Ә. Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.07.2023