Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЕТРОПАВЛОВКА, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

Просмотров: 721

ПЕТРОПАВЛОВКА, Б е з в о д н ы й, Ю б и л е й н ы й, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Өфө а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 45 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 108 км алыҫлыҡта Быҙаулыҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 83 кеше; 1939 — 47; 1959 — 166; 1989 — 178; 2002 — 207; 2010 — 232 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға 20 б. башында Орск өйәҙендә украин күскенселәре Петропавлов утары (тәүге төпләнеүсе Пётр Павлович Криницкий исеме м‑н) булараҡ нигеҙ һала. 50‑се йй. аҙ. алып ҡасаба булараҡ иҫәпкә алына, 2005 й. хәҙ. статусын ала. Ауыл эргәһендә Биш Уба I археологик ҡомартҡыһы бар.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: