Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЕЧЁНКИН, Бөрө р-нындағы ауыл

Просмотров: 650

ПЕЧЁНКИН, Бөрө р‑нындағы ауыл, Берёзовка а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 30 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 72 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 868 кеше; 1920 — 1091; 1939 — 835; 1959 — 376; 1989 — 305; 2002 — 420; 2010 — 446 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп‑балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, сиркәү бар.

Ауылға керҙәшлек килешеүе б‑са Бөрө өйәҙе Дыуанай улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә удел крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. Шулай уҡ Христорождественский исеме м‑н теркәлгән. 1865 й. 112 йортта 686 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү, 2 училище, 2 ел тир‑мәне, 4 бакалея кибете булған. 1906 й. сиркәү, сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, 2 бакалея кибете, мөгәзәй тер‑ кәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019