Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РАЗДОЛЬЕ, Краснокама р‑нындағы ауыл

Просмотров: 709

РАЗДОЛЬЕ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Раздолье а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 21 км һәм Әмзә т. юл ст. К. табан 10 км алыҫлыҡта Әмзә й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 453 кеше; 1920 — 561; 1939 — 482; 1959 — 311; 1989 — 374; 2002 — 786; 2010 — 1084 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Мүҙәк урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Уҫы даруғаһы Уран улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә бәләкәй ауыл (алпауыт Останковтарҙыҡы булған) булараҡ нигеҙ һалына. 1865 й. Р. (Кәҙрек) булараҡ иҫәпкә алынған, 51 йортта 229 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Училище, поташ заводы, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 һыу тирмәне, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; ауыл эргәһендә Останковтың имениеһы бар. 1920 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019