Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПИСАРЕВ, Шаран р-нындағы ауыл

Просмотров: 623

ПИСАРЕВ, П и с а р е в ‑ Н и к о л ь с к и й, Шаран р‑нындағы ауыл, Писарев а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 25 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 55 км алыҫлыҡта Тиләгәҙе й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 263 кеше; 1920 — 334; 1939 — 496; 1959 — 184; 1989 — 402; 2002 — 332; 2010 — 288 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Шаран 2‑се урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, китапхана, сиркәү бар.

Ауылға 19 б. башында Бәләбәй өйәҙендә Н.Писаревтың алпауыт крәҫтиәндәре Никольский исеме м‑н нигеҙ һала. 1865 й. 32 йортта 245 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Улус идараһы урынлашҡан, сиркәү, училище булған. 1906 й. сиркәү, сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, мөгәзәй теркәлгән. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. 2002 й. П. 19 б. 2‑се ярт. нигеҙләнгән Сбродовка а. ҡушыла.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019