Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШҠОРТОСТАН УРЫҪТАРЫ СОБОРЫ

Просмотров: 1333

БАШҠОРТОСТАН УРЫҪТАРЫ СОБОРЫ, урыҫ халҡының рухи мәҙәниәтен һәм телен, берҙәмлеген һәм патриотлығын һаҡлау маҡсатында төҙөлгән респ. йәмәғәт ойошмаһы. Өфөлә урынлашҡан. 1998 й. ойошторола. Аксаков фонды, “Ҡыҙылъяр”, “Надеждино”, “Никола ҡорамы”, “Өҫән-Ивановка” тарихи-мәҙәни үҙәктәре, Лермонтов үҙәге, Төбәк‑ара Шаляпин үҙәгенең Өфө бүлексәһе м‑н хеҙмәттәшлек итә. Идара итеүҙең юғары органы — Конгресс (Съезд), 3 йылға 1 тапҡыр саҡырыла; съездар араһында — Башҡарма ком‑т. Ҡала һәм район башҡарма ком‑ттары бар. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: урыҫтарҙың тарихи һәм мәҙәни мираҫын өйрәнеү, милли кәсептәрҙе, һөнәрҙәрҙе, йолаларҙы һәм традицияларҙы тергеҙеү. Халыҡ‑ара Аксаков байрамын (Өфө, Бәләбәй ҡ., Өфө р‑ны Зубов а., Бәләбәй р‑ны Надеждино а.), Төбәк‑ара урыҫ йыры һәм таҡмағы байрамын (Балаҡатай р‑ны Ямаш а.), Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәрен (Өфө, Краснокама р‑ны Николо‑Берёзовка а.), Масленица респ. байрамын (Өфө р‑ны Ҡыҙылъяр а.), “Керәшен һыуыҡтары” (“Крещенские морозы”) төбәк популяр муз. һәм бейеүҙәр фестивален һәм Свиридов көндәрен (Бөрө ҡ.); С.Т.Аксаков, М.К.Любавский, М.В. Нестеров, Г.В.Свиридов, В.В.Тиманова, М.И.Цветаева, Ф.И.Шаляпинға арналған сараларҙы үткәреүҙә ҡатнаша. Фәнни‑ғәмәли конф. уҙғарыла һәм ғилми йыйынтыҡтар [“Башҡортостан урыҫтарының тарихи демографияһы” (“Историческая демография русских Башкортостана”; 2002); “Башҡортостанда урыҫ һүҙе” (“Русское слово в Башкортостане”; 2007) һ.б.] нәшер ителә. Б.у.с. м‑н В.Н.Самородов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

В.Н.Самородов

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: