Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПРЕОБРАЖЕНСК ЗАВОДЫ

Просмотров: 979

ПРЕОБРАЖЕНСК ЗАВОДЫ, Й ы л а й ы р  з а в о д ы, 1750 й. Нуғай даруғаһы Бошман‑Ҡыпсаҡ һәм Үҫәргән улусы башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Урман Йылайыры й. буйында И.С.Мясников (ҡара: Мясниковтар) һәм И.Б. Твердышев (ҡара: Твердышевтар) тарафынан баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Мясников һәм Твердышев, 1782 й. алып Т.Я. һәм Г.И.Бибиковтар, 1783 й. — Д.К. Крашенинников, 1789 й. — П.М.Гусятников, 1846 й. — М.В.Пашков (ҡара: Пашковтар), 1867 й. — Дворяндар опекаһы, 1870 й. — “Прогден, Леббок һәм К°”, 1871 й. — “Рус баҡыры”, 1884 й. һәм 1891 й. — В.Н.Охотников, 1890 й. — Пашковтар. Преображенск тау округына ингән. 1750 й. эшләй башлай. 18 б. аҙ. заводҡа яҡынса 105 мең дисәтинә ер ҡарай, 92 руднигынан 12‑һе эшләй. 6 баҡыр иретеү мейесе, 4 шплейзофен һәм 3 йәмшәйтеү горны, 1870 йй. 11 баҡыр иретеү мейесе, гармахер, шплейзофен һәм штык горндары, 2 сүкеше, пар машиналары була. Заводта 18 б. аҙ. — 726, 19 б. уртаһында 2371 крепостной крәҫтиән (ҡара: Тау сәнәғәте крәҫтиәндәре) иҫәпләнә. 18 б. — 300,6 мең бот, эшләү дәүерендә 992,6 мең бот баҡыр иретелә, макс. етештереүсәнлек — 17,9 мең бот (1855), йылына уртаса етештереүсәнлек 14,3 мең бот тәшкил итә (18 б.). Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) ваҡытында баш күтәреүселәр тарафынан баҫып алына, завод крәҫтиәндәренең бер өлөшө уларға ҡушыла, 1774 й. уртаһында яндырыла, 1777 й. тергеҙелә. 1867—72 йй. һәм 1880—1906 йй. эшләмәй. 1908 й. ябыла. Хәҙ. завод ҡасабаһы урынында Йылайыр р‑нының Йылайыр а. урынлашҡан. Оҫтахана биналары (1748) — архитектура ҡомартҡыһы.

С.Н.Ҡолбахтин

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019