Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЁТР I

Просмотров: 1659

ПЁТР I, Б ө й ө к П ё т р I (30.5. 1672, Мәскәү — 28.1.1725, С.‑Петербург), Романовтар нәҫеленә ҡараған Рәсәй батшаһы (1682 й. 27 апр. алып) һәм императоры (1721 й. 22 окт. алып). Батша Алексей Михайловичтың кесе улы. Һалым йыйыу өсөн прибыльщиктар вазифаһын булдыра, уларҙың эшмәкәрлеге башҡорт ихтилалы (1704—11) тоҡаныу сәбәптәренең береһенә әүерелә. 1707 й. 30—31 дек. Мәскәү өйәҙенең Преображенское а. министрҙарҙың П. ҡатнашлығында үткәрелгән махсус ултырышында ихтилалды аяуһыҙ баҫтырыу планы эшләнеп, уға “иреклеләр” отрядын, ҡалмыҡ ханы Әйүкә ғәскәрҙәрен йәлеп итеү ҡарары сығарыла. Баш күтәреүсе башҡорттарҙың талаптарын өлөшләтә ҡәнәғәтләндереү иҫәбенә ихтилалды баҫтырыуға өлгәшә. 1708 й. адм.‑терр. реформа үткәрә, уға ярашлы Башҡортостан терр‑яһында Өфө провинцияһы ойошторола. Тау сәнәғәтен үҫтереүгә, Көньяҡ Уралда күпләп тау заводтары төҙөүгә булышлыҡ итә.

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019