Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОСАД КЕШЕЛӘРЕ

Просмотров: 870

ПОСАД КЕШЕЛӘРЕ, 15—18 бб. Рәсәйҙә посадта (ҡаланың сауҙа һәм һөнәрселек м‑н шөғөлләнгән өлөшө) йәшәгән халыҡ. Үҙәк Рәсәйҙә ҡала халҡының төп өлөшөн тәшкил иткән. Дәүләт файҙаһына һалым түләгәндәр, йөкләмә үтәгәндәр. П.к. земство старостаһы етәкселегендә посад общинаһына берләшкән. Уның күпселек өлөшөн урта һәм ваҡ сауҙагәрҙәр, һөнәрселәр һәм йәмәғәт эштәрен атҡарыусылар тәшкил иткән. Хәлле П.к. “ҡунаҡтар” (эре сауҙагәрҙәр) тип аталған өҫтөнлөклө берләшмә составына ингән. Собор уложениеһына ярашлы, П.к. посадтарҙы һәм биҫтәләрҙе ташлап китеү, крәҫтиәндәр ҡатламына күсеү тыйылған. Башҡортостанда П.к. тәүге тапҡыр 17 б. 30‑сы йй. барлыҡҡа килә. 1647 й. Өфөлә 17 посад йортонда — 74 кеше, 1763 й. 265 кеше йәшәгән. П.к. башлыса батша һарайы һәм монастырь крәҫтиәндәре, яңы суҡындырылған кешеләр, Ҡазан, Түб. Новгород, Сембер һәм Өфө провинциялары разночинецтары иҫәбенә формалашҡан. 18 б. посадҡа төрлө ҡатлам кешеләре яҙылыу арҡаһында, башҡа ҡалаларҙан күпләп П.к. килә башлай. Уларҙың күпселеген ҡара эштә йөрөгән кешеләр тәшкил иткән. 18 б. башында П.к. араһында — 1, ә уртаһында 4 ҡунаҡ иҫәпләнгән. 1775 й. губерна реформаһына һәм 1785 й. 21 апр. “Рәсәй империяһы ҡалаларының хоҡуҡтары һәм мәнфәғәттәре грамотаһы”на ярашлы, П.к. сауҙагәрҙәргә һәм мещандарға (ҡара: Мещанлыҡ) бүленә.

Р.Ғ.Буканова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019