Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БАШҠОРТТАР ТУРАҺЫНДА ПОЛОЖЕНИЕ”

Просмотров: 1781

“БАШҠОРТТАР ТУРАҺЫНДА ПОЛОЖЕНИЕ”, Крәҫтиән реформаһынан һуң башҡорттар, мишәрҙәр, типтәрҙәр һәм бобылдәрҙең хоҡуҡи хәлен билдәләүсе закон. 1863 й. 14 майында ҡабул ителә. Закон проектын 1861—62 йй. Ырымбур ген.‑губ. А.П.Безак тарафынан эшләнә, Александр II раҫлай. 2 өлөштән тора: “Башҡорттар тураһында положение” һәм “Башҡорттар менән айырым идара итеү ҡағиҙәләре”. “Б.т.п.” ярашлы, Башҡорт ғәскәрен тәшкил иткән башҡорттар, мишәрҙәр, типтәрҙәр һәм бобылдәр хәрби идаранан гражданлыҡ идараһына күсерелергә һәм шәхси һәм мөлкәт хоҡуҡтары алырға тейеш була. Башҡорттар һәм керҙәштәр өҫтөнән йорт ярым хәрби идараһын бөтөрөү, уның урынына ауыл (идара ауыл йыйынынан һәм старостанан тора) һәм улус (йорт) йәмғиәттәре (улус сходы, улус идараһы башында тороусы старшина һәм улус суды) ойоштороу ҡарала. Башҡорттарға һәм керҙәштәргә килешеүҙәр төҙөү, сауҙа итеү, ф‑калар, сауҙа‑сәнәғәт һәм кәсепселек пр‑тиелары асыу һәм тотоу, башҡа ҡатламдарға һәм йәмғиәттәргә күсеү, милеккә күсемле һәм күсемһеҙ мөлкәт алыу һ.б. хоҡуҡтар бирелә; уларҙы был хоҡуҡтарҙан суд йәки ауыл йәмғиәте хөкөмө б‑са мәхрүм итеү ҡаралған була. Хәрби хеҙмәткә ҡарамаған кантондарҙағы башҡорттар һәм керҙәштәр иңенә хәрби хеҙмәт (ҡара: Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте) урынына аҡса йөкләмәләре, ш. уҡ земство, көнкүреш түләүҙәре һалына; хәрби хеҙмәткә ҡараған кантондар (Верхнеурал һәм Ырымбур) халҡы хәрби хеҙмәт үтәүен дауам итә. Хоҡуҡтар йәһәтенән башҡ. зыялылары һәм дин башлыҡтары Рәсәйҙең үҙәк губ. шундай уҡ ҡатламдарына тиңләштерелә. “Башҡорттар менән айырым идара итеү ҡағиҙәләре” законына ярашлы, ваҡытлы идаралыҡ ойошторола, ул дөйөм (башҡ. ғәскәре командующийы идаралығы урынына булдырыла) һәм кантон идаралығына бүленә. Дөйөм идаралыҡҡа хәрби губернаторға һәм хәрби министрға буйһонған башҡорттарҙың Мөдире етәкселек итә. Идара итеүҙең кантон системаһы ваҡытлыса һаҡланып ҡала, кантондар һаны 28‑ҙән 11‑гә тиклем кәметелә, уларҙың адм. сиктәре өйәҙ бүленешенә яҡынлаша, 1865 й. 2 июлендәге “Башҡорттарға идара итеүҙе хәрби ведомствонан гражданлыҡ ведомствоһына тапшырыу тураһында” законы ҡабул ителгәндән һуң бөтөрөләә.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019