Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОБОР УЛОЖЕНИЕҺЫ

Просмотров: 1236

СОБОР УЛОЖЕНИЕҺЫ, Алексей Михайлович батшалыҡ иткән ваҡытта 1649 й. Земство соборы (1648—49) ҡабул иткән Рәсәй дәүләте закондары йыйылмаһы. Кенәз Н.И.Одоевский етәкс. махсус комиссия тарафынан әҙерләнгән. 25 бүлектән, 967 статьянан торған. С.у. дәүләт, граждандар, адм. һәм енәйәт б‑са хоҡуҡ нормалары, суд эштәрен алып барыу тәртибе билдәләнгән. Башҡортостанда үткәрелгән ер сәйәсәтенә ярашлы С.у. м‑н башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен (ҡара: Аҫабалыҡ) һатыу‑һатып алыу, таратыу һәм оҙайлы ҡуртымға алыу тыйылған (“Шәхси ерҙәр тураһында” бүлеге). 1736 й. 11 февр. һәм 1832 й. 10 апр. сығарылған указдар [ҡара: Указ (1832 й. 10 апр.), Указ (1869 й. 10 февр.)] нигеҙендә был ҡағиҙә бөтөрөлә.

Әҙәб.: Т и х о м и р о в М.Н., Е п и ф а н о в П.П. Соборное уложение 1649 года. М., 1961.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: