ПОПОВ Никита Саввич
ПОПОВ Никита Саввич (19.1.1763, Ҡазан губ. Красноуфимск ҡ. — 1.7. 1834, Пермь ҡ.), тарихсы. Статский советник (1824). Уҡытыусылар семинарияһын тамамлағандан һуң (С.‑Петербург, 1786) уҡытыусы, 1807 й. алып Төп халыҡ уч‑щеһы, 1808— 29 йй. ир балалар гимназияһы (икеһе лә — Пермь) директоры. Бер бүлегендә Пермь башҡорттарының хужалығы, көнкүреше, торлағы, башҡорт кейеме, башҡорт аш‑һыуы һәм дини ҡараштарының үҙенсәлектәре һүрәтләнгән Урал буйы халыҡтарының географияһы, тарихы һәм этнографияһы б‑са “Пермь губернаһының хужалыҡ итеү тасуирламаһы...” (“Хозяйственное описание Пермской губернии...”; 1804) исемле тәүге дөйөмләштерелгән фәнни хеҙмәттең автор‑төҙөүсеһе.
Х е ҙ м.: Историческо‑географическое опи‑ сание Пермской губернии, сочинённое для атласа 1800 г. Пермь, 1801.
А.В.Черных
Тәрж. М.В.Хәкимова