Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РАСОГЕНЕЗ

Просмотров: 915

РАСОГЕНЕЗ, р а с а л а р ҙ ы ң  б а р л ы ҡ ҡ а  к и л е ү е (фр. race һәм генез), кеше расаларының тарихи‑биол. яҡтан формалашыу процесы. Расалар Р. факторҙары (мутация процестары, тәбиғи һәм енси һайланыш, адаптация, изоляция, метисация, гендар дрейфы, секуляр тренд, демографик һәм мәҙәни‑хужалыҡ факторҙары) йоғонтоһонда формалаша, ваҡыт һәм арауыҡ динамикаһы м‑н айырыла. Беренсе тармаҡ расаларҙың (европеоид, монголоид, негроид) формалаша башлауы үрге палеолит дәүеренә ҡарай. Төрлө раса вәкилдәренең бер‑береһенә йоғонтоһо һөҙөмтәһендә ҡатнаш расалар барлыҡҡа килгән (урал, көньяҡ себер һ.б.). Көньяҡ Уралда көньяҡ европеоид тибы (ҡара: Дәүләкән) иң боронғо һанала. Бронза быуаты дәүерендә Бура мәҙәниәте халҡы араһында көньяҡ һәм төньяҡ европеоид тибының төрҙәре тарала. Иртә тимер быуатта Пьяный Бор мәҙәниәте ҡәбиләләрендә урал расаһы билдәләре комплексы барлыҡҡа килә; Сармат мәҙәниәте һәм Савромат мәҙәниәтенең далалы һәм урманлы-далалы ерҙәрҙә йәшәгән күсмә халыҡтары европеоид расаһының понтий тибына ҡараған. Урта быуаттарҙа Көньяҡ Уралға күсмә төрки ҡәбиләләр килгәс, көньяҡ себер һәм памир-фирғәнә типтары барлыҡҡа килә. Расалар б‑са күпселек халыҡтарҙың антропологик составы (ҡара: Антропология) күп компонентлы. Антропологик тикшеренеүҙәр ваҡытында башҡорттарҙың субурал, көньяҡ себер, аҡһыл европеоид һәм понтий антропологик типтары асыҡлана, уларҙың нисбәте төрлө этнографик төркөмдәрҙә, ирҙәр һәм ҡатын‑ҡыҙ араһында айырыла һәм Көньяҡ Уралда барған ҡатмарлы тарихи процестарҙы сағылдыра.

Әҙәб.: А к и м о в а М.С. Антропологические исследования в Башкирии //Антропология и геногеография. М., 1974; Проблема расы в российской физической антропологии. М., 2002.

Р.М.Йосопов, Н.А.Суворова

Тәрж. М.В.Хәкимова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: