Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПРЕМИЯ

Просмотров: 1506

ПРЕМИЯ (лат. praemium – бүләк), эшмәкәрлектең төрлө өлкәләрендәге юғары ҡаҙаныштар өсөн дәртләндереү ысулы. Лауреаттарға дипломдар, түшкә таға торған иҫтәлекле һәм почётлы билдәләр, аҡсалата бүләк һ.б. бирелә.

Башҡортостан Республикаһының әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, 1967 й. БАССР П. итеп булдырыла, 1990 й. алып Дәүләт П. 2 йылға 1 тапҡыр БР‑ҙың нәфис мәҙәниәтенә тос өлөш индергән иң талантлы әҙәбиәт, сәнғәт әҫәрҙәре һәм архитектура өлгөһө өсөн тапшырыла. 133 лауреатҡа, ш. уҡ Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленә, бирелгән (2014).

Башҡортостан Республикаһының балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы, 1991 й. Бөтә Рәсәй китап һөйөүселәр йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе П. булараҡ ойошторола, 2005 й. алып – Дәүләт П. 2 йылға 1 тапҡыр әҙәбиәт һәм сәнғәт әҫәрҙәре аша үҫеп килеүсе быуынға рухи‑әхлаҡи һәм патриотик тәрбиә биреүгә тос өлөш индергән өсөн тапшырыла. 2005 й. башлап 5 лауреатҡа бирелгән (2014).

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы, 1995 й. булдырыла. Республиканың йәш архитекторҙары, композиторҙары, яҙыусылары, шағирҙарының йәмғиәт тарафынан танылыу яулаған иң талантлы юғары художестволы әҫәрҙәре, юғары проф. кимәлдә ҡуйылған сәхнә һәм концерт эшмәкәрлеге өсөн йырсыларға, цирк һәм эстрада артистарына, театр, кинотеатр һ.б. тамаша учреждениелары хеҙм‑рҙәренә, йәштәр бейеү, муз. һәм эстрада коллективтарына йыл һайын тапшырыла. 72 лауреатҡа бирелгән (2015).

Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендә дәүләт премияһы, 1995 й. булдырыла. 2 йылға 1 тапҡыр гуманитар, тәбиғи һәм техник фәндәрҙе үҫтереүгә тос өлөш индергән, алдынғы технологиялар, заманса материалдар, машиналар һәм приборҙар эшләп, производствоға индергән өсөн тапшырыла. 84 лауреатҡа бирелгән (2015).

Фән һәм техника өлкәһендә рес‑ публика дәүләт йәштәр премияһы, 2002 й. булдырыла. Ватан һәм донъя ҡаҙаныштары кимәленә тап килеп, БР‑ҙың соц.‑иҡт. һәм мәҙәни‑рухи үҫешенә булышлыҡ иткән гуманитар, тәбиғи һәм техник фәндәр үҫешенә тос өлөш индергән, яңы ресурстар һаҡлаусы һәм экологик яҡтан таҙа технологиялар, заманса материалдар, машиналар һәм приборҙар эшләп, производствоға индергән өсөн йыл һайын тапшырыла. 57 лауреатҡа бирелгән (2015).

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы, 1989 й. Журналистар союзы П. итеп булдырыла, 1996 й. башлап — БР Хөкүмәте П. БР һәм РФ Журналистар союздары ағзаларына журналистика өлкәһендәге иң яҡшы хеҙмәттәре өсөн йыл һайын тапшырыла. 93 лауреатҡа бирелгән (2015).

С.Т.Аксаков исемендәге әҙәбиәт премияһы, 1996 й. Аксаков фонды, РФ Яҙыусылар союзы һәм БР Яҙыусылар союзы м‑н берлектә БР Президенты тарафынан булдырыла. 3 йылға 1 тапҡыр Рәсәй классик әҙәбиәтенең юғары художестволы һәм рухи‑әхлаҡи традицияларына тап килгән, тыуған ергә һәм уның халыҡтарына һөйөү идеалдарын раҫлаған, дөйөм Рәсәй кимәлендә танылыу яулаған әҫәрҙәре һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн яҙыусыларға, публицистарға, әҙәби тәнҡитселәргә тапшырыла. 10 лауреатҡа бирелгән (2015).

Продукция (тауарҙар һәм хеҙмәттәр) сифаты өлкәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы премияһы, 2002 й. булдырыла. Тауар етештереү (хеҙмәт күрһәтеү) өлкәһендә сифатҡа юғары һөҙөмтәле идара итеү ысулдары индергән, продукцияның хәүефһеҙлеген һәм сифатын тәьмин иткән ойошмаларға йыл һайын тапшырыла. 139 лауреатҡа һәм дипломантҡа бирелгән (2014).

“Юғары һөҙөмтәле инвестицион эшмәкәрлек өсөн” Башҡортостан Республикаһы Президенты премияһы, 2007 й. булдырыла. Республика биләмәләрендә өҫтөнлөклө инвестицион проекттарҙы уңышлы ғәмәлгә ашырған, юғары технологиялы, конкуренцияға һәләтле һәм юғары сифатлы продукция етештергән һәм хеҙмәт күрһәткән, ш. иҫ. инновацион ысулдар ҡулланған, ойошма‑инвесторҙарға йыл һайын тапшырыла. 16 пр‑тие премия лауреаты була (2014). ВЛКСМ‑дың Башҡ‑н өлкә ком‑ты 1967—90 йй. юғары идея‑эстетик йөкмәткеле әҙәби, муз., һынлы сәнғәт әҫәрҙәре, башҡарыу оҫталығы өсөн йәш авторҙарға — Ғ.Сәләм ис. П., 1973—90 йй. фән, техника һәм производство өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн П. тапшырған. БР ФА‑ның исемле П.: Н.А.Айытов (соц. фәндәр өлкәһендәге лайыҡлы хеҙмәттәре өсөн), Д.Ф.Варфоломеев (химия һәм химик технологиялар), Г.В.Вахрушев (Ер һәм экология фәндәре), С.А.Гаврилов (техник фәндәр), В.К.Ғирфанов (биол. фәндәре), Зәки Вәлиди (ҡара: Ә.Ә.Вәлидов; гуманитар һәм соц. фәндәр), К.П.Краузе (физика‑матем. фәндәре), Ғ.Х.Ҡоҙаяров (мед. фәндәре), Р.Ғ.Кузеев (гуманитар фәндәр), С.А.Ҡунаҡбаев (а.х. фәндәре), А.Ф. Леонтьев (матем. фәндәре), Р.Р.Мәүлитов (техник фәндәр), М.И.Өмөтбаев (гуманитар фәндәр), С.Р.Рафиҡов (химия һәм нефтехимия), Ғ.Н.Тереғолов (мед. фәндәре), Ҡ.Р.Тимерғәзин (Ер һәм экология фәндәре), М.И.Тоҡомбәтов (иҡт. фәндәре), А.А.Трофимук (нефть геологияһы) ис. премиялар. Ҡала һәм райондарҙың исемле П.: Аҡмулла (Миәкә р‑ны), Г. Белорецкий һәм Я.Х.Хамматов (Белорет ҡ.) З.А.Биишева (Күгәрсен р‑ны), Б.Вәлид (Баймаҡ р‑ны), Ғәли Ғ.Ибраһимов (Стәрлетамаҡ ҡ.), Ғәлимйән Ғ.Ибраһимов (Ауырғазы р‑ны), Ж.Ғ.Кейекбаев (Ғафури р‑ны), Ф.Кәрим (Бәләбәй һәм Бишбүләк р‑ндары), М.Х.Минһажетдинов, М.Л.Мортазин һәм Р.М.Хисаметдинова (Учалы р‑ны), С.М.Мөхәмәтҡолов (Бөрйән р‑ны), Н.Нәжми (Дүртөйлө р‑ны), М.И. Өмөтбаев (Ҡырмыҫҡалы р‑ны), Р.Ғ. Өмөтбаев (Сибай ҡ.), Ғ.Й.Рамаҙанов (Саҡмағош р‑ны), Б.З.Рафиҡов (Мәләүез р‑ны), М.Хәйретдин (Октябрьский ҡ.), Ә.Хәким (Дәүләкән р‑ны), С.И.Чекмарёв (Хәйбулла р‑ны), К.Ә. Әхмәтйәнов һәм И.Мырҙаҡаев‑Балапанов (ҡара: Ишмөхәмәт сәсән; икеһе лә — Әбйәлил р‑ны) һ.б. ис. премиялар. Республикала ш. уҡ йәмәғәт (Ә.Вәлидов ис., М.Ғафури ис.), ведомство П. (М.А.Ферин ис.) һ.б. П. булдырылған.

М.Б.Ямалов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019