Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒАИЛӘ ХОҠУҒЫ

Просмотров: 1490

ҒАИЛӘ ХОҠУҒЫ, ғаилә ағзала‑ рын хоҡуҡи яҡлауҙы тәьмин итеү, уның хеҙмәткә яраҡһыҙ ағзаларының һәм бәлиғ булмаған балаларҙың мәнфәғәттәрен һаҡлау маҡсатында ғаилә мөнәсәбәттәрен көйләгән хоҡуҡ тармағы. Ғ.х. нормалары никахҡа инеү, уны өҙөү һәм ҡанунһыҙ тип таныу шарттарын һәм тәртибен; ир м‑н ҡатын, ата‑әсә, балалар (уллыҡҡа алыусылар һәм уллыҡҡа алыныусылар) һ.б. туғандар араһындағы милеккә бәйһеҙ һәм милеккә бәйле шәхси мөнәсәбәттәрҙе; ата‑әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыу тәртибен билдәләй. Рәсәйҙә революцияға (1917) тиклем Ғ.х. хоҡуҡтың айырым тармағы булмай. Башҡорттарҙың ғаилә-никах мөнәсәбәттәре, башҡа төрки халыҡтарҙыҡы кеүек үк, йола хоҡуғы, Ҡөрьән һәм шәриғәт норма‑ лары, Рәсәй ҡануниәте (Рәсәй импе‑ рияһының закондар йыйынтығы, 1832 һ.б.) м‑н көйләнә. 1744 й. закон б‑са никахҡа инеү йәше билдәләнә: кейәү өсөн — 15 һәм кәләш өсөн 13 йәштән дә кәм түгел; 1830 й. 30 июлендәге һәм 1835 й. 22 мартындағы закондар б‑са кейәүгә — 18, кәләшкә 16 йәш тулғансы никахҡа инеү тыйыла. Иртә никахтарҙы теркәгән дин әһелдәренә яза бирелә. Никахты теркәү йәки өҙөү һ.б. т‑дағы мәғлүмәттәр метрика кенәгәләренә индерелә. 1917 й. “Гражданлыҡ никахы тураһында, балалар тураһында һәм гражданлыҡ хәле акттары кенәгәһен алып барыу тураһында”ғы һәм “Никахты өҙөү тураһында”ғы декреттарға ярашлы, ғаилә‑никах мөнәсәбәттәренең яңы төрҙәре — гражданлыҡ никахы, айырылышыу ирке, никахҡа инеү өсөн ҡатлам, дини, милли сикләүҙәрҙе бөтөрөү индерелә. Гражданлыҡ хәле акттары, никах, ғаилә һәм опекунлыҡ хоҡуғы т‑да (1918) һәм никах, ғаилә һәм опекунлыҡ т‑да (1926) закондар кодекстары, РСФСР ҮБК‑ның һәм ХКС‑тың аборттарҙы тыйыу т‑дағы ҡарары (1936), СССР ЮС‑ының ауырлы ҡатындарға, күп балалы, яңғыҙ әсәләргә дәүләт ярҙамы т‑да, “Герой әсә” почётлы исемен һәм орд., “Әсәлек даны” орд. һәм “Әсәлек миҙалы” н булдырыу (1944), ата‑әсәһенең никахы теркәлмәгән балаларға ҡағылышлы (1945), СССР граждандары м‑н сит ил кешеләре араһында никахты тыйыу т‑дағы (1947; 1968 й. тиклем ғәмәлдә була) указдары, Никах һәм ғаилә т‑да СССР һәм союз‑ даш республикалар ҡануниәте нигеҙҙәре (1968), РСФСР‑ҙың Никах һәм ғаилә т‑да кодексы (1969) ҡабул ителә. БР‑ҙа Ғ.х. нормалары РФ Конституцияһы һәм БР Конституцияһы, РФ‑тың (1995) һәм БР‑ҙың (1994) Ғаилә кодекстары, “Башҡортостан Республикаһында ғаиләне, әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты һаҡлау тураһында” (1993), “Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында” (2000) закондар һ.б. м‑н көйләнә.

Әҙәб.: Д а н и л и н В.И. Реализация и охрана брачно‑семейных прав: учеб. пособие. Уфа, 1989; Законы Российской империи о башкирах, мишарях, тептярях и бобылях: сб. док. и материалов. Уфа, 1999; Л а т ы п о в а Д.Ф. Актуальные вопросы семьи в гражданском праве. Уфа, 2007.

Д.Ф.Латипова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: