Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРЫҪ ТЕЛЕ

Просмотров: 1760

УРЫҪ ТЕЛЕ, славян телдәренең береһе (көнсығыш славян төркөмсәһе). РФ‑тың, Белоруссияның дәүләт теле; Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстандың рәсми теле; БМО‑ның рәсми һәм эш телдәренең береһе. Шулай уҡ Европаның һәм Азияның башҡа илдәрендә таралған. Һөйләшеүселәр һаны – 250 млн ашыу кеше (1990); БР‑ҙа — 3,9 млн ашыу кеше, ш. иҫ. 1,5 млн яҡын урыҫтар (2002); башлыса милли‑урыҫ билингвизмы формаһындағы күп теллелек күҙәтелә. Белорус теленә һәм украин теленә яҡын. Боронғо урыҫ теленә барып тоташа. У.т. диалекттарға бүленеүе Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге үҙәк өлкәләренең төньяҡ һәм көньяҡ һөйләштәрен, ш. уҡ аралаш урта урыҫ һөйләштәрен айырыуға нигеҙләнгән; башҡа терр‑яларҙа диалект зоналары асыҡ айырылмай. Әҙәби У.т. 18—19 бб. урта урыҫ һөйләше нигеҙендә формалаша.

У.т. фонетикаһына тулы һуҙынҡылыҡ хас — -оро-, -ере-, -оло- ҡушылмаларының тамыр морфемаларҙа тартынҡылар араһында килеүе славян тәү телендәге һүҙҙәрҙең фонетик үҙгәреше һөҙөмтәһе, мәҫ.: славян тәү телендә “*storna” – урыҫса “сторона”), “*bergъ” – “берег” һ.б.; белорус һәм украин телдәрендәге оҙон йомшаҡ тартынҡыларҙан айырмалы [j] м‑н йомшаҡ тартынҡылар ҡушыла, сағ.: урыҫса “платье” пла[т"jь] – украинса “плаття” пла[тˉ"ь], “судья” су[д"jа] – белорусса “суддзя” су[дˉ"] зя. Морфологик төҙөлөшө б‑са флектив телдәргә (ҡара: Телдәр классификацияһы) ҡарай; килеш формалары системаһы үҫешкән. Билдәле аффикстар м‑н ярашыу сәбәпле нигеҙҙәренең морфонологик үҙгәреүҙәре киң таралған: [г/ж] (“нога” но[г]а – “ножной” но[ж]ной), [к/ч] (“рука” ру[к]а – “ручной” ру[ч]ной), [д"/ж] һәм [с"/ш] (“ходить” хо[д"]ить – “хожу” хо[ж]у, “носить” но[с"]ить – “ношу” но[ш]у) фонемаларының сиратлашыуы; нигеҙҙең ҡыҫҡарыуы (“широкий” широк-ий – “шире” шир-е) һәм оҙонайыуы (“чудо” чуд-о — “чудеса” чуд-ес-а) һ.б. Лексикаһы нигеҙендә төп урыҫ һүҙҙәре ята; сиркәү‑славян теленән, төрки телдәрҙән, инглиз теленән, голланд, грек телдәренән, немец теленән, нидерланд, поляк телдәренән, француз теленән һ.б. үҙләштерелгән һүҙҙәр бар. У.т. лексик берәмектәре башҡорт теленә үтеп ингән (ҡара: Урыҫ теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр). Синтаксисы һөйләмдәге һүҙҙәрҙең билдәле бер тәртипкә ҡоролмауы, “быть” (булырға) бәйләүсе ҡылымының хәҙ. заман формаһы булмауы, ҡулланылышта “я имею...” (мин эйәмен...) урынына “у меня есть...” (минең бар...) конструкцияһына өҫтөнлөк биреү, һөйләмдең коммуникатив бурысын һәм уның өлөштәре араһындағы мөнәсәбәтте белдергәндә интонацион сараларҙың әүҙем роле м‑н характерлана. Яҙыуы кириллица нигеҙендә башҡарыла. Хәҙ. У.т. алфавиты 33 хәрефтән тора.

У.т., БР‑ҙың дәүләт телдәренең береһе булараҡ, йәмғиәт тормошоноң бөтә сфераларында: дәүләт м‑н идара итеүҙә, сәнғәттә, фәндә, мәғарифта, киң мәғлүмәт сараларында ҡулланыла. Урыҫ тел ғилеме өлкәһендә фәнни‑тикшеренеү эштәре алып барыла, башҡ. теле м‑н сағыштырып өйрәнеүгә арналған байтаҡ хеҙмәттәр бар.

С.В.Овчинникова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 04.05.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: