Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САЛАР ТЕЛЕ

Просмотров: 1089

САЛАР ТЕЛЕ, уғыҙ төркөмөнә ҡараған төрки телдәрҙең береһе. Саларҙарҙың милли теле. Ҡытайҙың ҡайһы бер көнбайыш райондарында (башлыса Цинхай провинцияһының Сюньхуа‑Салар автономиялы өйәҙендә) таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 90 меңгә яҡын кеше (1992). Төрөкмән теленә яҡын. Салгур ҡәбиләләре теленә (11 б.) барып тоташа, тип фараз итәләр. Хәҙерге С.т. көндәлек аралашыу теле булып тора. С.т. диалекттарға теүәл итеп тарҡатылмай, көнбайыш, көнсығыш һәм күсә килеүсе һөйләштәргә айырыла. Грамматик һәм лексик системаһына ҡыпсаҡ телдәре, монгол телдәре һәм ҡытай‑тибет телдәре йоғонто яһаған. Фонетикаһында тартынҡыларҙың һаңғыраулыҡ һәм яңғыраулыҡ оппозицияһы әһәмиәтле түгел; тартынҡыларҙың ассимиляцияһы [t]>[n], [x]>[k], [c]>[s], [n]>[f] һ.б.: “anten” (унан) an[t]en — an[n]en, “emex kelegen” (икмәк һораусы) eme[x] kelegen — eme[k] kelegen, “ičsa” (әгәр эсһә) i[č]sa — i[s]sa; [a]/[e] һуҙынҡыларының сиратлашыуы: “ара” (атай) — “apem” (минең атайым), “pafa” (бала) — “pafem” (минең балам) күҙәтелә. Морфологияһының үҙенсәлектәре: эйәлек категорияһы берлек һәм күплек һандары өсөн бер үк формала, сағ.: саларса “kakam” (минеңағайым һәм беҙҙең ағайыбыҙ) — башҡортса “ағайым” һәм “ағайыбыҙ”, “pāšiŋ” (һинең башың һәм һеҙҙең башығыҙ) — “башың” һәм “башығыҙ”; ‑ni/gi аффиксы эйәлек килештең күрһәткесе булып тора, сағ.: саларса “gofnigi” (ҡулдар) — башҡортса “ҡулдың”, “elni” (илдәр) — “илдең”; ҡылымдың хәҙ. замандағы юҡлыҡ формаһы нигеҙҙең “joxtyr”/“joxar” (юҡ, эйә түгел) һүҙе м‑н ҡушымтаһынан яһала, сағ.: саларса “giljoxtur” (килмәй) — башҡортса “килмәй”. С.т. һүҙлек составы нигеҙендә дөйөм төрки лексикаһы ята; байтаҡ өлөшөн ҡытай теленән, ш. уҡ ғәрәп теле, фарсы теле, монгол һәм тибет телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәр тәшкил итә. С.т. синтаксик төҙөлөшөндә һөйләм киҫәген логик һәм эмоциональ айырып күрһәтеү уны күсереп йөрөтөү м‑н оҙатыла, мәҫ., эйә урынында хәбәр: “nene pu uškurgunȝux kelȝe” (яңынан теге өс күгәрсен осоп килде) һүҙҙәрҙең тура тәртибе; “nene kelȝe pu uškurgunȝux” (яңынан осоп килде теге өс күгәрсен) — һүҙҙәрҙең кире тәртиптә килеүе.

Әҙәб.: Т е н и ш е в Э.Р. Строй саларского языка. М., 1976.

Ф.Ғ.Хисамитдинова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: