Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕМАСИОЛОГИЯ

Просмотров: 1112

СЕМАСИОЛОГИЯ (гр. sēmasia — мәғәнә һәм ...логия), тел ғилеменең семантиканы (һүҙ һәм һүҙбәйләнештәрҙең мәғәнәһе), уларҙың типологияһын, төҙөлөшөн, үҫеш законлылыҡтарын һ.б. өйрәнгән бүлеге. Аңлатмалы һүҙлектәр төҙөгәндә һүҙҙең мәғәнә төҙөлөшөн теүәл һәм тулы яҡтыртыу башҡорт теле С. мөһим бурысы булып тора. Һүҙҙең семасиологик анализы уның эпидигматик (һүҙьяһалыш һөҙөмтәһендә һүҙҙең семантик үҫеше процесы), парадигматик (ҡара: Парадигма) һәм синтагматик (һүҙҙәрҙең ярашыуы) мөнәсәбәттәрен асыҡлауҙы үҙ эсенә ала. Бер мәғәнәле (башҡ. телендә бөтә лексиканың яҡынса 78%‑ын тәшкил итә; башлыса үҙләштерелгән һүҙҙәр, терминология, иҫкергән һүҙҙәр һ.б.) һәм күп мәғәнәле (яҡынса 22%) һүҙҙәр айырыла. Күп мәғәнәлелек бер һүҙҙе (омонимиянан айырмалы рәүештә; ҡара: Омонимдар) аңлатҡан ысынбарлыҡтың формаһы, функцияһы һ.б. б‑са (метафора) йәки уларҙың йәнәшәлеге (метонимия), оҡшашлығы нигеҙендә билдәләнә; мәҫ., “күҙ” (төп мәғәнәһе: күреү ағзаһы; метафорик мәғәнәһе: энә күҙе); “ҡалаҡ” (төп: аш һөҙөп алыу өсөн прибор; метонимик: бирелгән предметҡа һыйған матдә күләме) һ.б.

Ғ.Ғ.Ҡаһарманов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: