ХӘБӘРЛЕК КАТЕГОРИЯҺЫ
ХӘБӘРЛЕК КАТЕГОРИЯҺЫ, бер үк ваҡытта затты һәм уның билдәһен белдергән грамматик категория; башлыса исем һүҙ төркөмдәренә хас. Х.к. формаһындағы һүҙ үҙ структураһында субъект һәм предикатты берләштерә.
Башҡорт телендә Х.к. төп белдереү саралары булып берлек һәм күплек һандарҙағы 1‑се һәм 2‑се зат күрһәткестәре м‑н берләштерелгән аффикстар тора: ‑мын һәм ‑быҙ, ‑һың һәм ‑һығыҙ (морфемалы ысул): “уҡыусымын”, “бишәүбеҙ”, “минекеһең”, “йәшһегеҙ”; Х.к. 3‑сө затында формаль күрһәткестәр булмай. Модаль һүҙҙәр (“юҡмын”, “кәрәкһегеҙ”), бәйләүестәр (“шул көйөһөң”, “һунарсы икәнһегеҙ”) һ.б. ярҙамсы һүҙҙәр өсөн хас. Х.к. мәғәнәһе ш. уҡ эйә һәм ҡушма исем хәбәрҙән торған һөйләм м‑н бирелә (синтаксик ысул): “мин — кеше”, “беҙ бер туған һымаҡ”. Башҡорт телендә Х.к. белдереүҙә морфемалы һәм синтаксик ысулдарҙың бәйләнеше күҙәтелә: “һин эшсеһең”, “мин ауылданмын”.
Г.Р.Абдуллина
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов